Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
19 Октябрь 2018, 11:50

Башҡортостандың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарын «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

15 октябрҙә Башҡортостанда йыл һайын уҙғарылған «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» республика конкурсы башлана.Конкурста республика райондарынан һәм ҡалаларынан, шулай уҡ башҡорттар йәшәгән Рәсәй төбәктәренән һәм БДБ илдәренән йәмәғәтселәр, активистар һәм инициативалы профессиональ ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша.

15 октябрҙә Башҡортостанда йыл һайын уҙғарылған «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» республика конкурсы башлана.

Конкурста республика райондарынан һәм ҡалаларынан, шулай уҡ башҡорттар йәшәгән Рәсәй төбәктәренән һәм БДБ илдәренән йәмәғәтселәр, активистар һәм инициативалы профессиональ ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша.

15 ғинуарға тиклем урындарҙа район һәм ҡала этаптарын уҙғарыу күҙаллана. 1 февралдән муниципаль этаптарҙа еңеүселәрҙе республика финалына һайлап алыу башлана. Бүләкләү тантанаһы менән финал сараһын 5 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткәрергә ҡарар ителгән.

«Әле конкурс шарттары өҫтөндә эш бара. Элек 10 номинация булһа, хәҙер исемлек киңәйә, — тип хәбәр итте Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина. — Был юлы башта Йыйын (форум) уҙғарыу күҙаллана. Унда республикабыҙ тарихында күренекле башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын хәтергә алырбыҙ. Һуңынан бүләкләү тантанаһы мәҙәни программа менән бергә була».

Өсөнсө «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» республика конкурсы финалы Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнала. Конкурс еңеүселәренә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары берләшмәһе ойошторған Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙал тапшырыла.

Читайте нас: