Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
16 Апрель 2018, 19:06

Крайҙы өйрәнеүсе

2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, арҙаҡлы ғалим М. Сәғитов иҫтәлегенә районда “Крайҙы өйрәнеүсе” тигән конкурс ойошторола.

2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, арҙаҡлы ғалим М. Сәғитов иҫтәлегенә районда “Крайҙы өйрәнеүсе” тигән конкурс ойошторола.

Конкурста уҡыусылар һәм 35 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнаша ала. Эштәр айырым кеше йәки мәғариф учреждениеһы (өҫтәмә белем биреү учреждениеһы) йәки башҡа ойошмалар тарафынан ебәрелә ала.

Конкурс 2018 йылдың 1 апреленән 1 июленә тиклем дауам итә. Эштәр ҙә ошо ваҡыт арауығында ҡабул ителә һәм 1 августан 1 сентябргә тиклем эштәргә экспертиза, конкурсҡа йомғаҡ яһала. Еңеүселәрҙе бүләкләү 13 сентябргә тәғәйенләнгән (ойоштороусылар тарафынан даталарға үҙгәрештәр индерелеүе лә ихтимал).

Сараны ойоштороусы-лар: район мәҙәниәт бүлеге, М. Сәғитов музейы, “МАҠСАТ” башҡорт йәштәре хәрәкәте.

Эштәрҙең темалары:

- “Минең тыуған яғымдың мифтары һәм легендалары: барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше”;
- “Минең йортом” (тәбиғәт объекттарының, ауылдарҙың, йолаларҙың атамаларының килеп сығыу тарихы).

Ижади эштәрҙең темалары:
- “Минең төйәгемдең көйҙәре” (боронғо йырҙар, ҡобайырҙар, һирәк көйҙәр һ.б.);
-“Батыр яҡташтарым” (яҡташтарҙың тормошо һәм ҡаҙаныштары хаҡында).
Конкурста ҡатнашыу өсөн 20 апрелдән дә ҡалмай түбәндәге адрестар буйынса ғариза ебәреү кәрәк: 55тт836@та11.ги (электрон адрес), 453580, БР, Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы, Ленин урамы 74/1.
Күләме 5-20 табаҡ.

Структураһы:

- Титул бит (эште башҡарыу урыны, тема, эш авторының исем-шәрифтәре, етәксеһенең исем-шәрифтәре, йылы);
- Инеш өлөш.
- Төп өлөш.
- Һығымта.
- Файҙаланылған әҙәбииәт һәм сығанаҡтар.

Фотоһүрәттәр, иллюстрациялар һәм һүрәттәр ҡулланырға мөмкин.