Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
29 Март 2018, 12:51

Тарихты бергәләп яҙайыҡ!

“Шүлгән-Таш” дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы район администрацияһы һәм мәғариф бүлеге менән берлектә “Тамғаларҙа – ауылым яҙмышы” тип исемләнгән район художество-документаль конкурсын иғлан итә.

“Шүлгән-Таш” дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы район администрацияһы һәм мәғариф бүлеге менән берлектә “Тамғаларҙа – ауылым яҙмышы” тип исемләнгән район художество-документаль конкурсын иғлан итә. Конкурсты ойоштороуҙа райондың ауыл хакимиәттәре, йәмғиәт ойошмалары ҡатнаша ала. Конкурстың маҡсаты – халыҡтан солоҡсолар тураһында материал йыйып, уларҙың исемен мәңгеләштереү, солоҡсолоҡ кәсебен популярлаштырыу, район солоҡсолары тураһында китап сығарыу.

Конкурста Бөрйән районында йәшәгән 10 йәштән өлкән һәр кем ҡатнаша ала. Ул 25 мартта башланып 25 майға тиклем дауам итәсәк. Эштәрҙең һаны һәм күләме сикләнмәй, әммә һәр береһе үҙ эсенә мотлаҡ булған мәғлүмәт алып торорға тейеш. Солоҡсоноң тулыһынса исем-шәрифе, йәшәү арауығы, тыуыу һәм эшләү урыны, наградалары һәм ҡаҙаныштары, тамғаһы, солоҡ ағастарының һаны (шул иҫәптән, нисәүһе нәҫелдән ҡалған, күпмеһен үҙе юнған), тормошонан иғтибарға лайыҡ факттар (мәҫәлән, һуғыштарҙа ҡатнашыу, репрессиялар, тыуғандары тураһында мәғлүмәттәр һ.б.). Шулай уҡ авторҙың үҙе тураһындағы тулы мәғлүмәтте күрһәтеүе мөһим (тулыһынса исеме, уҡыу/эшләү урыны, йәше, бәйләнеш өсөн адрес һәм телефон). Эштәр Бурзянский район, д. Иргизлы, ул. Заповедная, 14 («Отдел экологического просвещения и туризма» тигән билдә менән) адресы, йә [email protected] электрон адресы буйынса башҡорт йәки урыҫ телдәрендә 25 майға тиклем ҡабул ителә.

Конкурс эштәре 10-13 йәш; 14-17 йәш; 18 йәш һәм унан өлкәндәр категориялары буйынса баһаланасаҡ.

Конкурстың кураторҙары “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығының экологик яҡтыртыу һәм туризм бүлеге хеҙмәткәрҙәре Хәйбуллина Ләлә Абдулловна, тел.(34755) 3-37-21, 8967 740 99 30; [email protected]; Ноғоманова Айһылыу Минниғәлиевна, тел.(34755) 3-37-21, 8927 348 39 31 .
Эштәрҙе баһалағанда уларҙың мәғлүмәт менән тулылығы, факттар һәм йөкмәткеһе иҫәпкә алынасаҡ. Еңеүселәр “Шүлгән-Таш” тәбиғәт ҡурсаулығынан Диплом һәм приздар менән бүләкләнәсәктәр. Конкурстың һөҙөмтәләре “Таң” район гәзитендә, ҡурсаулыҡтың рәсми сайтында(www.shulgan-tash.ru) һәм “Бәйләнештә” селтәрендәге «С Любовью, Шульган-Таш» рәсми төркөмөндә иғлан ителәсәк. Конкурста ҡатнашҡан эштәр 47-се “Апимондия” Халыҡ-ара ҡортсолоҡ ассоцияцалары конгресына ҡарата әҙерләнәсәк Бөрйән районы солоҡсолары тураһындағы китапты әҙерләгән саҡта мәғлүмәт сығанағы булараҡ ҡулланыласаҡ. Китап 2021 йылға тиклем сығасаҡ. Әгәр ҙә солоҡсо тыуғандарығыҙ тураһындағы мәғлүмәт ташға баҫылып киләсәк быуындарға етһен тиһәгеҙ, был саранан ситтә ҡалмағыҙ! Берҙәм булайыҡ!

Л. Хәйбуллина

Читайте нас: