Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү бүлеге мәктәп уҡыусылары араһында «Атайым - минең ғорурлығым» тип аталған инша конкурсы иғлан итә. Атайҙарға ҡарата хөрмәт, ихтирам, йылы тойғо-кисерештәрҙе сағылдырған иншалар көтөп ҡалабыҙ. Шулай уҡ ни өсөн атайығыҙ менән ғорурланыуығыҙ, атайығыҙҙы ниндәй матур эштәрегеҙ, уңыштарығыҙ менән шатландырып тороуығыҙ хаҡында ла яҙырға онотмағыҙ!
Иншаның күләме өс биттән артмаһын.
1-се категория - 9 - 12 йәш;
2-се категория - 13 - 17 йәш.
Конкурс 15 ғинуарҙан 16 февралгә тиклем уҙғарыла. Еңеүселәрҙе һайлап алыу 16-20 февралдә, бүләкләү 22 февраль көнө үтәсәк.
Конкурс эштәрен Иҫке Собханғол ауылы, Салауат урамы, 30, адресы буйынса 8-се кабинетҡа алып килеп тапшырырға кәрәк.
Үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт - исем, фамилия, атайығыҙҙың исеме, тыуған көнөгөҙ һәм йылығыҙ, тулы адрес (ауыл, урам, йорт һаны), шулай уҡ телефон номерығыҙҙы ла яҙырға онотмағыҙ.
Белешмә өсөн телефон: 3-66-74.
Еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙы, иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.