“Бөрйән балы – башҡорт даны” этнофестивалендә “Баллы тәмлекәстәр” тигән күргәҙмә-сауҙа эшләйәсәк.
Унда районда йәшәүселәр ҡатнаша ала. Йәш буйынса сикләү юҡ.
Кулинария ризыҡтары “Бөрйән балы – башҡорт даны” байрамы көндө иртәнге 10.00 сәғәттән 12.00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.
Бал ҡушып әҙерләнгән ризыҡтарҙың атамаһы булыуы шарт һәм матур итеп биҙәлеп эшләнгән рецебы беркетелергә тейеш.
Еңеүселәрҙе тәбрикләү 10 сентябрҙә 14.00 сәғәттә үтә.
Конкурс номинациялары:
- “Сәк-сәк” – барыһы өсөн дә шатлыҡ”;
- “Торттар, кекстар, бәлештәр – фантазияға ҡоролған эштәр”;
- “Баллы сәтләүектәр, печенье-перәниктәр – күҙ ҡыуанысы!”;
- Баллы эсемлектәр: бал балы, баллы мусс, баллы коктейль, баллы кеүәҫ, баллы сәй һ.б.
Ҡатнашыусыларҙың эштәре аш-һыуҙың тәме, биҙәлеше, үҙенсәлеклелеге, сауҙа урынының биҙәлеше, продукция ассортименты, тауарҙы тәҡдим итә белеү оҫталығы, халыҡ йолаларын һаҡлау критерийҙары буйынса баһалана.