Районда “Бөрйән балы – башҡорт даны” этнофестивале үтә. Сара сиктәрендә “Башҡорт сувениры” тигән конкурс ойошторола. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Конкурс түбәндәге
номинациялар
буйынса үтә:
- “Ҡайын туҙынан биҙәкләп әйберҙәр эшләү”;
- “Ағасты һәм ташты һырлап биҙәкләү”;
- “Ағасҡа һәм металға биҙәк төшөрөү”;
- “Бал фантазияһы” (фестиваль сувенирҙары: бал һалыу өсөн зауыҡ менән эшләнгән тырыздар, батмандар һ.б.).
Эштәр темаға, художество кимәлгә тап килеүенә, шулай уҡ ҡатмарлылығына, үҙенсәлеклелегенә ҡарап баһалана.
Һәр номинацияла еңеүселәр дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнә, ә иң яҡшы оҫта этнофестивалдең төп призына лайыҡ була.
Шулай уҡ түбәндәге дипломдар ҡаралған:
- “Халыҡ йолаларын һаҡлаған һәм үҫтергән өсөн”;
- “Үҙенсәлекле авторлыҡ идеялары өсөн”;
- “Биҙәү-ғәмәли (декоративно-прикладной) сәнғәт әҫәрҙәрен тыуҙырғанда заманса технологияларҙы һәм ысулдарҙы ҡулланған өсөн”.