Бөтә яңылыҡтар

Бөрйән ҡыҙы Шәүрә грантҡа эйә булған!

Башҡорт дәүләт медицина университетының 3-сө курс студенткаһы Шәүрә Мырҙағолова, үҙенең “Урал батыр” өҫтәл уйыны” тигән проектын тәҡдим итеп, “Иҫлә” (“Помни”) тигән номинацияла грантҡа (50 000 һум) эйә булған.

Бөрйән ҡыҙы Шәүрә грантҡа эйә булған!
Бөрйән ҡыҙы Шәүрә грантҡа эйә булған!

Беҙҙең яҡташыбыҙ 13 майҙан 15 майға тиклем Өфөлә уҙған «Инсайт успеха 3.0» тип аталған республика йәштәр фестивалендә ҡатнашҡан. 15 майҙа конкурсанттар “Росмолодёжь.Гранты” эксперттары алдында үҙҙәренең проекттарын яҡлаған.

Иң яҡшы инициативалар уларҙы артабан ғәмәлгә ашырыу өсөн гранттарға эйә булған.

Шәүрәне ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын тырыш ҡыҙға!

Сығанаҡ: Администрация Бурзянского района

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: