Бөтә яңылыҡтар

ҠЫУАНЫСТЫ БҮЛЕШӘМЕН ЯҠЫН ДУҪЫМ "ТАҢ" МЕНӘН

Бөгөн таң менән тороп,Усағымды ҡабыҙҙым.Һөйөнөслө хәбәрҙәнШатлыҡ йәше тамыҙҙым.

Бөгөн таң менән тороп,
Усағымды ҡабыҙҙым.
Һөйөнөслө хәбәрҙән
Шатлыҡ йәше тамыҙҙым.

Ҡыуанысты бүлешәмен
Яҡын дуҫым "Таң" менән.
Ошо фани донъяларҙа
Бергә булайыҡ гелән.

Улым ҡайта әрменән,
Сыҡты инде юлдарға.
Һалдатты көтөп алдыҡ,
Таң ды тотоп ҡулдарға.

Ахырзаман етте тиеп,
Бәлә һалалар көн дә,
Яҙыл, алдыр, уҡы "Таң"ды,
Һиҙмәҫһең көрсөгөн дә.

Әйҙә, буйҙаҡ ир-егеттәр,
Яҙ(ы)лығыҙ "Таң"-"Йәшлеккә",
Фәрештәләй матур ҡыҙҙар
Табылыр кәләшлеккә.
Читайте нас: