Бөтә яңылыҡтар

Дуҫтар! Йәнә конкурс!!!

"Таң" гәзите" төркөмө һәм торттар бешереү оҫтаһы Ләйлә Ишҡолова шәп конкурс иғлан итә!Конкурста ҡатнашыу өсөн Һеҙгә ни бары:1) "Таң" гәзите төркөмөнә яҙылырға;2) Ләйлә Ишҡолованың сәхифәһенә яҙылырға ("дуҫтар"ға өҫтәлергә;3) ошо яҙмаға репост эшләп, үҙ сәхифәгеҙгә беркетеп ҡуйырға ("закрепить" функцияһына баҫырға);4) 27 декабрь көнөнә сәхифәгеҙҙе асып ҡуйырға ғына кәрәк буласаҡ. Еңеүсене Яңы йыл биҙәлеше менән татлы торт көтә!

Дуҫтар, Ләйлә Ишҡолова һеҙгә үҙенсәлекле торттар, капкейктар, кейк-попстар, пирожныйҙар, стакандарҙағы десерттар һәм башҡа тәмлекәстәр тәҡдим итә! Тыуған көн, туй тантанаһы, корпоратив, байрамдар үткәрергә, бәпес ҡаршы алырға, яҡындарығыҙға татлы презент әҙерләргә йә үҙегеҙ кистәрен тәмлекәстән ауыҙ итергә ниәтләйһегеҙ икән, Ләйлә Ишҡоловаға мөрәжәғәт итегеҙ!



Ләйлә әҙерләгән татлыҡайҙарҙың составтарында тик тәбиғи ингредиенттар ғына ҡулланыла, әҙер ҡатнашмалар һәм алыштырыусылар (заменители) ҡушылмай. Торттарҙың эске донъяһы ла, биҙәлеше лә һеҙҙең теләккә ҡарап билдәләнә. "Минән бер генә теләк: заказдарҙы мөмкин тиклем алданыраҡ бирегеҙ. Ә мин, үҙ сиратымда, һеҙҙең кәйефте бәхетле һәм татлы итер өсөн бар көсөмдө һалырмын", - ти оҫта.


❄❄❄❄❄❄❄❄❄❄❄❄❄❄❄❄❄❄❄❄❄❄❄❄❄❄


Еңеүсене 27 декабрь көнө "Random. App" ҡушымтаһы ярҙамында билдәләрбеҙ. Башланыҡ!
Читайте нас: