Бөтә яңылыҡтар

Ғаилә менән ял итәбеҙ

Ғаиләгеҙ менән тәбиғәткә сыҡһағыҙ, ял итһәгеҙ, шатлыҡлы, ҡыуаныслы ял минуттарығыҙҙы объективҡа эләктереп алығыҙ ҙа, фотоғыҙҙы конкурсҡа ебәрегеҙ.

Ғаиләгеҙ менән тәбиғәткә сыҡһағыҙ, ял итһәгеҙ, шатлыҡлы, ҡыуаныслы ял минуттарығыҙҙы объективҡа эләктереп алығыҙ ҙа, фотоғыҙҙы конкурсҡа ебәрегеҙ.

Конкурстың шарттары бик ябай:

- Бер ҡатнашыусынан - бер фото, йә булмаһа бер-нисә фотонан торған коллаж. Фото яҡшы сифатта булырға тейеш.

- Фото менән бергә ҡыҫҡа текст менән ғаилә тураһында мәғлүмәт, тағы ла конкурста ҡатнашыусының исем-шәрифтәре, тыуған көнө, йәшәгән адресы һәм телефон номеры кәрәк.

Ижади конкурс 2018 йылдың 30 июненә тиклем барасаҡ.

Фотоларҙы Бөрйән районындағы «Ғаилә» үҙәгенең «Бәйләнештә»ге шәхси битенә смс-хат итеп (https://vk.com/id318926647) ебәрергә йәки бүлеккә килтерергә, шулай уҡ беҙҙең электрон почтаға ([email protected]) ебәрергә лә мөмкин.

Белешмә өсөн телефон: 8347(55) 3-66-74.

«Ғаилә» үҙәгенең Бөрйән районындағы бүлеге.
Читайте нас: