Бөтә яңылыҡтар
Коммуналь хеҙмәт
21 Ғинуар , 15:05

Подъездар яҡтырҙы

Һуңғы йылдарҙа республикала күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреүгә, подъездарҙы, ихата биләмәләрен төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленә.

Подъездар яҡтырҙы
Подъездар яҡтырҙы

Подъездарҙы ремонтлау программаһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2019 йылдан эшләй. Уҙған йылда “Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау” республика программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә беҙҙең районда ла ошондай йорттарҙың береһендә ремонт үтте - Комсомол урамында урынлашҡан ике ҡатлы күп фатирлы йорттоң подъездарында электр менән тәьмин итеү системаһы төҙөкләндерелде.

-Республика программалары районда күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонттар үткәреүгә ҙур мөмкинлек бирә һәм юғары һөҙөмтә күрһәтә. Беҙгә капиталь ремонтты «Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙа дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау төбәк операторы» фонды эшләне.
Ремонт сиктәрендә дөйөм суммаһы 628 178,66 һумға электр үткәргестәр, счетчиктар, выключателдәр, щиттар алмаштырылды, яңы яҡтыртҡыстар ҡуйылды. Эштәрҙе башҡарған «Вектор» подрядсы ойошмаһы ремонтты 7 ноябрҙә тамамлап, ҡулланыуға тапшырҙы, - тип белдерҙе район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү буйынса баш белгесе Ирек Әбделмәнов.

Был йортта йәшәүселәр подъездарҙың яҡтырып китеүен, уңайлы булып ҡалыуын билдәләне.
-Хәрәкәт датчигы менән ҡуйылған лампалар кеше сыҡҡанда ла, ингәндә лә үҙҙәре яна, һүнә, шуныһы уңайлы. Һәм, иң мөһиме, сымдарҙы алмаштырыу янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү яғынан бик яҡшы булды.
Ремонтты матур итеп эшләнеләр. Уны башҡарыусылар, хатта аҙаҡ һорау килеп сыҡһа, мөрәжәғәт итергә тип телефон һандарын да ҡалдырҙылыр. Уларға һәм район хакимиәтенә рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, - ти 4-се һанлы йорттоң совет рәйесе Әлфиә Әкрәмова.
Бында йәшәүселәр, яҙлы-көҙлө подъезға ингән урында йыйылып ятҡан һыу мәсьәләһен дә хәл итһәләр, яҡшы булыр ине, тигән теләктәрен дә белдерҙе.

Подъездар яҡтырҙы
Подъездар яҡтырҙы
Подъездар яҡтырҙы
Автор: Г. Хафизова
Читайте нас