Районда халыҡҡа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәтен күрһәткән ойошмаларҙың береһе булған “Алаҡуян” муниципаль унитар предприятиеһы йорттарға йылылыҡ биреү, һыу менән тәьмин итеү, юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу, шыйыҡ көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу эштәрен башҡара. Предприятиела бөгөнгө көндә 30 кеше эшләй. Хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла үҙ эшенә яуаплы ҡарай, тип белдерҙе предприятие етәксеһе Ришат Шәрипов.
-2024-2025 көҙгө-ҡышҡы осорҙа эштәр планға ярашлы теүәл үтәлде. 2024 йылда беҙ 19 ойошманы, 6 күп фатирлы йортто (96 фатир) йылылыҡ менән тәьмин иттек. 12 ай эсендә 7298 мең һумға 3586 гигакалория йылылыҡ энергияһы етештерелде. Тик ҡаҙанлыҡ бинаһы ремонт, ә ҡаҙанлыҡ үҙе модернизация талап итә.
Предприятие тарафынан Иҫке Собханғол, Иҫке Мөсәт, Байназар, Яңы Собханғол ауылдарында дөйөм оҙонлоғо 48 253 метр булған һыу селтәрҙәре хеҙмәтләндерелә. Шәхси хужалыҡтарҙан 1163, юридик берәмектәрҙән 40 абонент ҡулланыусылар иҫәпләнә. Скважиналарҙан алынған һыуҙың бер айға уртаса күләме 8500 куб метр самаһы.
Уҙған йылда Байназар ауылында 34 куб метрлы яңы башня ҡуйылды. Иҫке Собханғолда «Ҡаршы Туғай» һыу алыу скважинаһында һурҙырғыстар (насостар), автоматтар, кабелдәр алыштырылды, террорға ҡаршы планға ярашлы видеокүҙәтеү ҡуйылды.
Декабрь айында законһыҙ рәүештә һыу ҡулланған 5 кеше һәм 4 юридик берәмек асыҡланды. Һыу өсөн түләү буйынса бурыстарҙы йыйыу эшен юлға һалыу маҡсатында контролер штаты тергеҙелде.
Шыйыҡ көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға 35 абонент менән килешеү төҙөлгән. Был йүнәлештә 3 автомашина эшләй. Проблемаларҙың береһе булып таҙартыу ҡоролмаһы булмау тора. Әлеге ваҡытта уның проекты ҡарала.
Иҫке Собханғол ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу беҙҙең иңдә. Был йүнәлештә 4 техника эшләй.
Техникаға килгәндә, предприятие иҫәбендә бер һыу ташыу ГАЗ машинаһы, 3 МТЗ тракторы, 2 экскаватор, грейдер һәм ЗИЛ машинаһы, һыу бригадаһы өсөн Волга автомобиле бар.
Предприятиела 10 хеҙмәткәрҙән торған ҡотҡарыу төркөмө булдырылған. Улар кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән. Эшселәргә махсус кейем ҡаралған. Шулай уҡ уларҙың хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу маҡсатында кейем алмаштырыу, ял итеү өсөн йылы бүлмә булдырылды, - тине Ришат Булат улы предприятиеның эшмәкәрлеге менән ҡыҫҡаса таныштырып.
“Алаҡуян” МУП-ы уҙған йылды бурысһыҙ тамамлаған. Хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса эш хаҡы 32 024 һум тәшкил итә.
Юл ремотлау, ҡар таҙартыу, ҡаҙанлыҡтар йүнәтеү һәм башҡа төрлө өҫтәмә эштәрҙән килгән килем күберәк техниканы йүнәтеүгә, ремонт эштәренә китә. Коллектив районда ойошторолған социаль проекттарға, МХО-ға ярҙам йыйыуға ихлас ҡушыла.
-Хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла үҙ эшен белеп башҡара. Ҡаҙанлыҡта берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ оператор Айгөл Рәшит ҡыҙы Сәғитова был тармаҡта оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт итә. Бөтә эшкә лә өлгөр слесарь Урал Әхтәмовты, эшенә айырыуса яуаплы ҡараған тракторсы Илнур Көҫәпҡоловты, водителдәр - Илшат Яубасаров менән Фәзит Вәлиевты билдәләп үтергә кәрәк. Ғөмүмән, бөтә эшселәр ҙә халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу өсөн тырышып эшләй, - тине етәксе.
“Алаҡуян” МУП-ы быйылғы йылға һыу системаһын юлға һалыу, “Ҡаршы Туғай”ҙа иҫкергән һыу трассаһын алмаштырыу, Яңы Собханғол ауылындағы һыу трассаһына биктәр (задвижка) ҡуйыу, трассаны, ҡаҙанлыҡты ремонтлау буйынса бурыстар алған.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге хеҙмәтте уның яуаплылығы һәм ҡыйынлыҡтары менән яҡындан таныш кешеләр генә тейешенсә баһалай алалыр. Был тармаҡта эшләүселәрҙең тырышлығы менән тормошобоҙ көйлө, көнкүрешебеҙ уңайлы.
Көн-төн тип тормай, ял сәғәттәре менән иҫәпләшмәй эшләгән “Алаҡуян” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренә эштәрендә еңеллек, уңыштар теләйбеҙ.