Яуап ябай: тотонолған һыу өсөн ваҡытында түләү.
“Алаҡуян” муниципаль унитар предприятиеһының һыу каналы начальнигы Хәлит Хәлил улы Әминев:
- Иҫке Собханғол, Яңы Собханғол, Иҫке Мөсәт, Байназар ауылдары халҡын барлығы 4 скважина һыу менән тәьмин итә. Ҡулланыусыларҙың һаны - 1163. Әлеге ваҡытта бер насос бик насар эшләй, шуға күрә уны алмаштырыу талап ителә. Белеп тораһығыҙ, насос боҙолһа, ҡайһылыр биләмә һыуһыҙ ултырасаҡ. Әйтеп үтергә кәрәк, ошо коммуналь хеҙмәттәрҙән килгән аҡса районды өҙлөкһөҙ һыу менән тәьмин итергә булышлыҡ итә - түләнгән аҡсаға ремонт эштәре башҡарыла, яғылған электр энергияһына, авария слесарҙаренә эш хаҡы түләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтәһе лә быны аңлап етмәй. Бөгөнгө көндә халыҡтан 1 млн 315 803 һум аҡса йыйып алаһы бар. Әлеге ваҡытта түләмәүселәргә рейдтар үткәрәбеҙ.
Халыҡ өсөн эсәр һыуҙың бер кубы 68,15 һум. Түләү тотонолған һыуға ғына килһен өсөн иҫәпләгестең күрһәткестәрен 3-52-82 һандарына шылтыратып әйтергә кәрәк. Күрһәткес булмаһа, бер айға кеше башына 5,016 куб менән иҫәпләнә. Түләү тотҡарланған осраҡта иҫкәртеү ҡағыҙы ебәрелә. Унан һуң да түләнмәһә, эш судҡа китә һәм билдәле адресты һыу менән тәьмин итеү туҡтатыла. Ҡулланыусы бурысын һәм һыуҙы кире тоташтырыу өсөн 2250 һум түләргә тейеш була. Эсер һыу туҡтауһыҙ ағып торһон өсөн ҡулланыусыларҙан һыу хеҙмәтен ваҡытында түләүҙәрен һорайбыҙ. Сөнки, күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифаты туранан-тура ошоға бәйле, - тине.