Бөтә яңылыҡтар

Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия юллау ябайлаша

Хөкүмәт торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия биреү тәртибен ябайлаштырҙы.

Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия юллау ябайлаша
Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия юллау ябайлаша

Хәҙер ошондай субсидия алыу өсөн граждандарға дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинет аша электрон ғариза ғына бирергә кәрәк. Документтарҙың төп өлөшөн дәүләт органдары ведомство-ара электрон үҙ-ара эш итеү системаһы аша һоратып алырға тейеш, тип хәбәр итә Рәсәй Министрҙар Кабинетының матбуғат хеҙмәте.

Шулай уҡ граждандар ошо ярҙам сараһын тәғәйенләүҙе һорап социаль яҡлау органдарына йәки күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ай һайын килеменең билдәле бер өлөшөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә сарыф иткән граждандар субсидия алыу хоҡуғына эйә. Һәр төбәк был норманы үҙе билдәләй.

Хәбәр иткәнебеҙсә, 1 июлдән льготаһы булғандар коммуналь хеҙмәттәр өсөн комиссияһыҙ түләй ала.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-25/oformit-subsidiyu-na-oplatu-komuslug-stanet-prosche-3821684

Автор:
Читайте нас: