Бөтә яңылыҡтар
Коммуналь хеҙмәт
30 Сентябрь 2023, 09:00

Йылытыу миҙгеленә әҙербеҙме?

“Алаҡуян” муниципаль унитар предприятиеһының көҙгө-ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә нисек әҙерләнеүе хаҡында предприятиеның баш инженеры Рәис Кәбиров бәйән итте.

Йылытыу миҙгеленә әҙербеҙме?
Йылытыу миҙгеленә әҙербеҙме?

Бөгөнгө көндә халыҡтан 142 мең һум аҡса йыйып алаһы бар. Намыҫһыҙ ҡулланыусыларҙың бер нисәүһен судҡа бирергә мәжбүр булдыҡ. Түләү графигы булдырып, бурыслылар менән эштәр алып барылды. Июнь айында ғына был сумма 591 мең һум ине (48 абонент үткән йылытыу миҙгелендә күрһәтелгән хеҙмәттәргә йыйылған бурыстарын түләмәгән). Был үҙ сиратында предприятиеға ремонт эштәрен тулы күләмдә башҡарырға, энергия ресурстарын тәьмин итеүселәр менән газ һәм электр энергияһы өсөн ваҡытында иҫәпләшергә мөмкинлек бирмәй. Шуға күрә абоненттарҙан йылылыҡ өсөн ваҡытында түләүҙәрен һәм күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифаты ла ошо факторға бәйле булыуын иҫтә тотоуҙарын һорайбыҙ, - ти Рәис Әбделмән улы.

Автор:Ә. Юлсурина
Читайте нас: