Предприятие етәксеһе Азат Сәғит улы Фәтхетдинов:
- Беҙҙең ойошмала 28 кеше эшләй. Мин “Алағуян” МУП-ын 2020 йылдан етәкләйем. Коллектив үҙенә алған бурыстарҙы еренә еткереп үтәргә тырыша. Ысын мәғәнәһендә үҙ эшенең оҫталары булған кешеләр күп беҙҙә.
Сентябрҙең 14-енән йылытыу миҙгеле башланды. Беҙ район үҙәгендәге 6 күп фатирлы йортто, район эсендәге социаль объекттарҙы, учреждениеларҙы йылылыҡ менән тәьмин итәбеҙ. Үҙәк ҡаҙанлыҡ, шөкөр, проблемаһыҙ эшләп тора. Ағиҙел ҡасабаһы, Баҙал биҫтәһе, Яңы Собханғол, Байназар, район үҙәк дауаханаһы, «Урал» ФОК-ы, “Юлбарыҫ” ҡунаҡханаһы кеүек объекттарҙы техник яҡтан беҙ хеҙмәтләндерәбеҙ. Слесарҙар Рәмил Мөфтәхетдинов, Айҙар Вәхитов бай тәжрибә туплаған егеттәр.
Һыуға килгәндә, Баҙал биҫтәһенә менгән ерҙәге икенсе күтәрелеш насостарына капиталь ремонт үтте – торба үткәргестәр алмаштырылды. Бактерицидлы һыу таҙартыу ҡоролмаһын алмаштырҙыҡ. Юғары ҡеүәтле насос ҡуйҙыҡ. Баҙал биҫтәһен һыу менән тәьмин итеүҙе ышаныслы итеү өсөн подрядсылар элекке башня эргәһенә тағы бер яңы башня ҡуйып йөрөйҙәр. Был йәй кешенең һыуҙы күп ҡулланған осоронда һыу запасы күбәйеүгә булышлыҡ итәсәк, йәғни һыу менән тәьмин ителеш тотҡарлыҡһыҙ һәм сифатлы булһын өсөн эшләнә.
Ҡаршытуғайҙа шулай уҡ насос скважинаһында ремонт эштәре башҡарылды – автоматикаһы алмаштырылды, ҡеүәтле насос ҡуйылды.
Район үҙәгендәге ремонт эштәре лә дауам итә.
Һыуҙы туҡтатҡан ваҡытта уны өлөшләтә генә һүндереп тороу маҡсатында, Ленин урамының осонда кран-задвижка ҡуйылды. Шундай ҡоролманы Урал урамында, Комсомол урамының тыҡрығында ҡуйыу планлаштырыла. Матросов, Урал урамдары, Кирбес тыҡрығында ҡулсалау (окольцовка) планлаштырыла. Был ҡышҡыһын тупиклы һыу үткәргестә һыу туңмаһын, һыу туҡтамай хәрәкәт итһен өсөн эшләнә.
Былтыр Һибәт Ишкилдин урамында һыу туңды. Кран-задвижкалар бөтә ерҙә һыу биреү туҡтамаһын өсөн ҡуйыла.
Мөсәттә һыу башняһы ремонтланды, насос алмаштырылды.
Быйыл үҙәк һыу үткәргескә тоташтырып, Иҫке Мөсәт, Яңы Собханғол, Иҫке Собханғол ауылдарынан 30-лап яңы абонентҡа һыу үткәрҙек.
Һыу менән халыҡты тотҡарлыҡһыҙ тәьмин итеү, аварияларҙы ваҡытында бөтөрөү йәһәтенән алһыҙ-ялһыҙ эшләгән белгестәребеҙ, ошо эштә бай тәжрибә туплаған һөнәрмәндәребеҙ Сынбулат Маликов, Фәнис Туҡбаевтар оҙаҡ йылдар хеҙмәт фиҙакәрлеге күрһәтә – уларға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ!
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 91-се һанында уҡығыҙ.