Ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтар (ТКО) менән эш итеү хеҙмәттәренең тарифына нимәләр инә? Ниндәй ҡалдыҡтар өсөн шул ҡалдыҡтарҙың хужаһы яуаплылыҡҡа эйә?
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар – торлаҡ йорттарҙа кешеләр ҡулланған ваҡытта барлыҡҡа килгән ҡалдыҡтар, шулай уҡ кешеләр шәхси һәм көнкүреш ихтыяждарын үтәү йәки файҙаланылыу барышында үҙҙәренең ҡулланылыу үҙенсәлектәрен юғалтҡан әйберҙәр. Бынан тыш, юридик берәмектәрҙең, шәхси эшҡыуарҙарҙың эшмәкәрлеге процесында барлыҡҡа килгән һәм сос-тавтары буйынса торлаҡ йорттарҙа була торған ҡалдыҡтар һымаҡ сүп-сар ҙа ТКО-ға ҡарай.
Ябай итеп әйткәндә, ТКО – аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтары, йәшник-фәлән, төрөү әйберҙәре, пакеттар һәм башҡа пластик, кейем-һалым, аяҡ кейемдәре, эре габаритлы ҡалдыҡтар.
Иҫке йыһаз һәм көнкүреш техникаһы эре габаритлы ҡалдыҡтар (КГО) була һәм төбәк операторы тарафынан ТКО менән ҡулланыу буйынса хеҙмәткә тарифтар сиктәрендә сығарыла.
Бының өсөн айырым килешеү төҙөргә кәрәкмәй. Контейнер майҙансығына шулай уҡ косметик ремонт ҡалдыҡтарын (обойҙар, линолеум, тәҙрә рамдары һ.б.) сығарырға мөмкин. Төбәк операторы уларҙы КГО графигына ярашлы алып китәсәк.
Ә бына капиталь ремонттан ҡалған төҙөлөш ҡалдыҡтары (штукатурка, рубероид, ябыу материалдары, кирбестәр һ.б.₎, тәгәрмәстәр, хәүефле ҡалдыҡтар (составында нефть булған ҡалдыҡтар (лактар, буяуҙар, эшкәртелгән майҙар, буяу иҙгестәр), ртутлы лампалар, батареялар, аккумуляторҙар), малсылыҡ һәм баҡсасылыҡ, йәшелсәселек ҡалдыҡтары дөйөм ҡулланылыштағы контейнер майҙансығына һалынырға тейеш түгел.
Миҫал өсөн. Төҙөлөш ҡыйҙарын сығарыу өсөн милексегә уны сығарыуға лицензияһы булған компания менән килешеү төҙөргә кәрәк. Хәүефле ҡалдыҡтарҙы махсус пункттарға тапшырырға тейешбеҙ. Уларҙың адрестары интернетта бар.
Юридик шәхестәргә хәүефле ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн махсус предприятиеға мөрәжәғәт итеү кәрәк. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһында ундай компанияларҙың береһе – “Агентство ртутной безопасности” (rtut-arb.ru).
Йәнә шуға асыҡлыҡ индерәбеҙ – үҫемлек ҡалдыҡтары ла “ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар” тигән билдәләмәгә инмәй. Был бер нисә документ менән нығытылған. Мәҫәлән, РФ Юғары судының һәм Апелляция коллегияһының билдәләмәһендә, ТКО – торлаҡ йорттарҙа барлыҡҡа килгән ҡалдыҡтар, тип әйтелә. Шуға бәйле, ғәмәлдәге ҡануниәт төбәк операторҙарына раҫланған берҙәм тарифтар сиктәрендә үҫемлек ҡалдыҡтарын сығарыуҙы йөкләтмәй.
Яҙғы-көҙгө өмәләрҙә йыйылған ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн муниципалитет хакимиәттәре һәм идара итеүсе компаниялар был ҡалдыҡты сығарыуға лицензияһы булған компаниялар менән айырым килешеү төҙөргә тейеш.
Мөрәжәғәт өсөн координаталар:
тел.: 8-961-048-50-22,
эл. почта:
[email protected]