Ни өсөн хаҡты өй башына түгел, ә кеше башына ҡарап түләтәләр?
Гәзиттең 30 март һанында сыҡҡан «Сүп-сар реформаһы: һорауҙар һәм яуаптар» мәҡәләһе буйынса халыҡтың сүп-сар мәсьәләһенә ҡағылышлы килеп тыуған бер-нисә һорауына «Эко-Сити» төбәк операторы вәкиле Р. Зарипов яуап бирҙе.
1-се һорау: Ни өсөн шундай хаҡ түләтеп, ҡыйҙы Бөрйәндә түгәләр?
- Үткән йыл сүп-сар Бөрйәндә түгелде. Экологтар һәм суд ҡарар-ҙарынан һуң, хәҙер Белорет ҡалаһына оҙатыла.
2-се һорау: Ни өсөн хаҡты өй башына түгел, ә кеше башына ҡарап түләтәләр?
- «Эко-Сити» төбәк операторы, РФ һәм БР хөкүмәттәре ҡарарҙарына ярашлы, һәр кешегә үҙенән ҡалған сүп-сар өсөн түләү ҡаралған.
3-сө һорау: Байназарҙың Ағиҙел урамында контейнерҙар өйҙәрҙән йыраҡ урынлашҡан. Таулы урамына сүп-сар машинаһы бер айҙан ашыу килгәне юҡ. Контейнерҙар тулып, ашып ултыра.
- Ағиҙел урамына үткән аҙнала өҫтәмә контейнер ҡуйылды. Ҡар күп яуған осорҙа, Таулы урамында юл ҡарҙан таҙартылмағанлыҡтан, ҡый сығарыу машинаһына үтеп инеү мөмкинлеге булманы.
Тағы ла һорауҙар булған осраҡта +7-927-966-62-95 һандары буйынса төбәк операторы вәкиленә һәм 8(347)298-04-90, 8-937-497-49-00 «Ҡыҙыу линия»ға шылтыратырға мөмкин.