Бөтә яңылыҡтар
Коммуналь хеҙмәт
30 Март 2021, 11:30

Сүп-сар реформаһы: һорауҙар һәм яуаптар

Сүп-сар реформаһы темаһы халыҡ өсөн мөһим булып ҡала килә.

Сүп-сар реформаһы темаһы халыҡ өсөн мөһим булып ҡала килә.
Шуны иҫәпкә алып, төбәк операторының Бөрйән районы буйынса вәкиле Руслан Ирек улы Зариповҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
- Башҡортостанда сүп-сарҙы сығарыу өсөн кем яуап бирә?
- 2019 йылдың 1 ғинуарынан, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге реформа башланыу менән, сүп-сарҙы йыйыу, сығарыу һәм утилләштереү менән республикала дүрт төбәк операторы шөғөлләнә. Өфө һәм уның янындағы райондарҙы “Спецавтохозяйство” муниципаль предприятиеһы, Башҡортостандың төньяҡ зонаһын “Дүртөйлөмелиоводстрой” төбәк операторы, төньяҡ райондарҙы “Эко-сити”, көнбайыш зонаны “Экология Т” операторҙары хеҙмәтләндерә.

Бөрйән районынан тыш 22 муниципаль берәмекте хеҙмәтләндергән «Эко-сити» иң ҙур майҙанды биләгән зона өсөн яуап бирә. Компания БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан конкурс нигеҙендә һайланды.

- Бөрйән районында сүп-сар сығарыу буйынса хеҙмәтләндереү нисек бара?
- Районда сүп-сар сығарыу буйынса 16 500 кеше хеҙмәтләндерелә. Ике йыл эсендә 13 837,11 тонна сүп-сар сығарылған. Өс махсус техника эшләй. Уларҙың һәр береһенә ГЛОНАСС күҙәтеү системаһы ҡуйылған. Бөрйән районы биләмәһендә 91 майҙансыҡта 357 контейнер урынлаштырылған, шуларҙың 12-һе төбәк операторы тарафынан алынған. 8 сүплек юҡҡа сығарылды.

- Янғын хәүефһеҙлеге талаптары нисек үтәлә?
- Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ярашлы, ғәҙәттән тыш хәл булған осраҡта, янғынды һүндереү өсөн 10 куб.м. күләмле һыу һаҡлау һауыттары һәм мотопомпа һатып алынды.

- Сүп-сарҙы сығарыу графигын ҡайҙан белергә мөмкин?
- Цифровизация өлкәһендә шәп яңылыҡ барлыҡҡа килде. Хәҙер һәр кем сүп-сар сығарыу графигының үтәлешен күҙәтә ала. Бының өсөн «Эко-сити» сайтында шәхси кабинетҡа кереп, «Навигатор» битенә күсергә кәрәк. Система һеҙҙең өйгә яҡын булған сүп-сар майҙансыҡтарын күрһәтә. Кәрәкле майҙансыҡты һайлағандан һуң, «Факт вызова» пунктына баҫҡас, график күренәсәк.

- Сүп-сар өсөн түләү хаҡы ни өсөн артты?
- 2021 йылдың 1 февраленән күп фатирлы өйҙә йәшәүселәр өсөн түләү 94 һум 63 тин, шәхси йортта йәшәүселәр өсөн 96 һум10 тин тәшкил итә. Күрше өлкәләрҙә хаҡтар сағыштырмаса юғарыраҡ – Свердловск һәм Ырымбур өлкәләрендә 120 һумдан 135 һумға тиклем. Хаҡ артты тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ, республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу системаһы рәткә һалынғансы ғына ташламалар ҡаралған ине. Сүп-сар өсөн түләү Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитетының биш зона өсөн билдәләгән күләменә яйлап ҡайтарылды.

-Тариф нисек билдәләнә?
- Тарифтың 80 % - сүп-сарҙы йыйыу, сығарыу өсөн, 17 % - эшкәртеү, утилләштереү, зарарһыҙлау өсөн, 3 % - төбәк операторы сығымдары өсөн түләү.

- Сүп-сар өсөн түләүҙең ниндәй юлдары бар?
- Түләүҙәрҙе почта, электрон почта һәм «Ҡыҙыу линия»нан тыш, хәҙер «Эко-сити» сайтында шәхси кабинет һәм мобиль ҡушымта аша башҡарып була. Шәхси кабинетта килешеү, түләү тарихтары буйынса мәғлүмәт, инструкциялар, аванс менән түләү мөмкинлеге, контейнерҙар майҙансығы картаһы, төбәк операторы вәкиле менән бәйләнеш булдырылған. Сайт һәм ҡушымта (приложение) аша түләү комиссияһыҙ башҡарыла. Почта банкында ла комиссия килешеү нигеҙендә бөтөрөлдө. Сбербанкта онлайн түләү комиссияһыҙ, ҡулаҡса менән түләгән осраҡта 15 һум комиссия ҡаралған.

- Сүп-сарҙы айырып йыйыу нисек ойоштороласаҡ?
- Әлеге ваҡытта республикала сүп-сарҙы сортҡа бүлеү буйынса 14 комплекс эшләй. Бөтә ҡалдыҡтарҙан икенсел сеймал баҙарында тик пластик, картон һәм быяла ғына һорау менән файҙалана. Бөрйән районында сортҡа бүлеп йыйыу урыны 2022 йылға төҙөлөп бөтөлөргә тейеш. Макулатура, полипропилен, ПЭТ шешәләре, алюмин банкалар айырым йыйыласаҡ. Реформаның беренсе этабы үтәлде – сүп сығарыла башланды. Киләһе этап – ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү.

- Түләү дөрөҫ билдәләнмәһә, нимә эшләргә?
- Әгәр квитанцияла йәшәгән кешеләр һаны дөрөҫ күрһәтелмәһә йәки һеҙ күберәк түләһәгеҙ, ауыл хакимиәтенән №9 формаһында справка менән төбәк операторына мөрәжәғәт итеп, кире иҫәпләтеү хоҡуғығыҙ бар.

Башҡа төрлө һорауҙарға яуап, консультация кәрәк булған осраҡта «Эко-Сити» офисына түбәндәге адрес һәм бәйләнеш номерҙары аша мөрәжәғәт итергә була:
Иҫке Собханғол ауылы, Ленин урамы, 76, 2-се ҡат.
Тел.: +7 927 966 62 95.
Электрон почта: [email protected]
Сайт: roecocity.ru
Читайте нас: