Райондағы шәхси йорттарҙа йәшәгәндәрҙең байтаҡ өлөшөн, шулай уҡ ҡатлы йорттарҙа көн иткәндәрҙе йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү “Алағуян” МУП-ы ҡарамағында.
Ошондай хеҙмәттәрҙе күрһәтеүсе “Алағуян” предприятиеһы бөгөн нисек эшләй, ниндәй проблемалар борсой.
-Беҙҙең коллективта 28 кеше эшләй. Предприятиены 2020 йылдың февраленән алып етәкләйем. Бер йыл эсендә байтаҡ эштәр эшләнелде.
Беҙҙең яуаплылыҡта – тик ауыл эсендәге юлдарҙы ремонтлау. Йәйгелек Аҫҡар, Брәтәк, Ғәлиәкбәр, Яңы Собханғол, Иҫке Собханғол ауылдарында юл ремонтлау эштәрен башҡарып сыҡтыҡ. Баҙал биҫтәһендә торбалар һалдыҡ, Яңы Собханғолда күпер эшләнек.
Газға, электр энергияһына, һалымға бурыстар йыйылған ине, шул эштәрҙе йырып сығыу һөҙөмтәһендә йылылыҡ биреү миҙгеленә бурысһыҙ барып индек. Әҙерлек ваҡытында ҡаҙанлыҡтар ремонтланды, трассаға окольцовка эшләнелде.
Элек “КомЭнергоСервис” ҡарамағында булған һыу менән тәьмин итеү эше лә, унда эшләгән коллектив та тулыһынса беҙгә күсте.
Тағы шәхси йорттарҙан һәм район үҙәгендәге ойошмаларҙан шыйыҡ көнкүреш ҡалдыҡтары сығарабыҙ.
ДРСУ ойошмаһы менән бер-беребеҙгә ярҙам итеп эшләйбеҙ.
-Проблемалар ҙа юҡ түгелдер?
- Ҡышҡылыҡ, ҡар булмағас, ер ныҡ туңыу сәбәпле, трассалар, колонкалар, өйгә ингән торбалар туңды. Ваҡытында урынға сығып, аварияларҙы хәл итергә тырышабыҙ. Иҫке Собханғолда быйыл Ишкилдин, Урал урамдарында трасса туңып, 7 абонент һыуһыҙ ҡалды. Ҡайынтүштә абоненттар һаны әҙ, унда ла трасса туңыу ихтималлығы бар. Ағиҙел, Ленин урамында торған колонкалар аҙнаһына ике тапҡыр ҡаралып тора. Колонкалар йыш туңа, - ти ойошма директоры Азат Сәғит улы Фәтхетдинов.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 19 март һанынан уҡығыҙ.