Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ошо коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙе арттырырға кәрәклеге тураһында белдерҙе.
2019 йылдың ғинуарынан республикала әлеге коммуналь хеҙмәт өсөн граждандарға берҙәм билдәләнгән хаҡ индерелгәйне. 2020 йылдың 1 сентябренән ул арттырылды. Элек бер кешегә 70 һум түләгәндәр өсөн хаҡ 5 һумға артты, хәҙер ул айына – 75 һум, элек 35 һум түләгәндәр өсөн 20 һумға ҡиммәтләнде, бер кешегә – 55 һум.
«Беҙ билдәләгән тариф иҡтисади яҡтан нигеҙләнмәгән, ул күпкә түбәнерәк. Беҙ быға аңлы рәүештә барҙыҡ. Хәҙер бурыстың беренсе этабы үтәлде – сүпте сығара башланылар. Киләһе этапты тормошҡа ашырырға – ҡалдыҡтарҙы эшкәртә башларға кәрәк. Шуға күрә сүп-сар сығарыу өсөн тарифты арттырыуҙың киләһе этабы тураһында уйлау мөһим», — тине Радий Хәбиров.
Яйлап республикала сүп-сар сығарыу өсөн түләү Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитетының биш зона өсөн билдәләгән күләмгә тиклем арттырыла.