Бөтә яңылыҡтар
Коммуналь хеҙмәт
15 Март 2020, 11:00

ЯҢЫЛЫҠҠА ЫНТЫЛАБЫҘ

Оло өйгә ни кәрәк, кесеһенә лә – шул, тигәндәй, бөгөн шәхси йортта йәшәгәндәрҙең дә, ҡатлы йорттарҙа көн иткәндәрҙең дә бер үк ихтыяжы, проблемаһы, заң-ғәме: һыуын, газын, утын үткәрер, сүп-сарын түгер кәрәк.

Оло өйгә ни кәрәк, кесеһенә лә – шул, тигәндәй, бөгөн шәхси йортта йәшәгәндәрҙең дә, ҡатлы йорттарҙа көн иткәндәрҙең дә бер үк ихтыяжы, проблемаһы, заң-ғәме: һыуын, газын, утын үткәрер, сүп-сарын түгер кәрәк.
Халыҡҡа нәҡ ошондай хеҙмәттәр күрһәтеүсе “КомЭнергоСервис” ЯСЙ-һы бөгөн нисек йәшәй, ниндәй проблемалар уларҙы борсой, киләсәккә пландары ниндәй – йәмғиәттең башҡарма директоры Аҡкөсөков Айҙар Әхтәм улы менән әңгәмә ошо хаҡта.
- Беҙҙең ЯСЙ-ла 44 кеше эшләй. Шөкөр, кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ. Үткән 2019 йылдың 30 декабренән ЯСЙ-ның ойоштороу директоры (учредителе) – Илһам Ғилман улы Сәфәрғәлин.
Беҙҙең эшебеҙ күп йүнәлешле. Шуларҙың иң мөһим һәм ҙурҙары – район үҙәгенә һәм Ишдәүләт ауылына электр уты үткәреү. Бында бағана ултыртыу, сым һуҙыу, техник тоташтырыу – барыһы ла инә.
Икенсе мөһим йүнәлеш – район үҙәген, Яңы Собханғол һәм Иҫке Мөсәт ауылдарын һыу менән тәьмин итеү. Бында ер аҫты эштәренән (ҡаҙыу, торба һалыу һ.б.) алып һыуҙы кешегә алып барып еткереүҙе күҙ уңында тотор кәрәк.
Бынан тыш, ауыл хакимиәте менән урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу буйынса муниципаль контракт төҙөп, район үҙәгендәге, Ишдәүләттәге ҡайһы бер урамдарҙы ҡарҙан таҙартабыҙ. Ҡайһы бер, тинем, сөнки ДРСУ, ФОК (тротуарҙарҙы хеҙмәтләндереүҙе үҙ өҫтөнә алды), “Алағуян” МУП-ы ҡарамағындағы урамдар ҙа бар.
Тағы шәхси йорттарҙан һәм район үҙәгендәге ойошмаларҙан шыйыҡ көнкүреш ҡалдыҡтары сығарабыҙ, сөнки әле районда канализация юҡ. Бында район үҙәгендәге мәктәп, үҙәк дауахана ла инә. Мәктәптән генә көнөнә 7-шәр рейс шыйыҡ көнкүреш ҡалдыҡтары сығарыла. Уға ҡалған объекттарҙы ҡушһаң, 12 рейс булып китә.
Баҙалдағы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонын тәртиптә тотоу ҙа – беҙҙең ҡарамаҡта. Халыҡтан сүп-сар йыйып сығармаһаҡ та, полигонға инеп-сығырлыҡ юлды көрәп, эргәһенә техника барырлыҡ итеп тотоу – беҙҙең бурыс.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 13 март һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: