Бөтә яңылыҡтар
Коммуналь хеҙмәт
13 Март 2020, 12:00

КЕШЕ ХЕҘМӘТЕ МЕНӘН МАТУР

Район үҙәгендәге көнкүреш хеҙмәтләндереү йортонда электән халыҡҡа төрлө хеҙмәттәр күрһәтелә.

Район үҙәгендәге көнкүреш хеҙмәтләндереү йортонда электән халыҡҡа төрлө хеҙмәттәр күрһәтелә.
Оҙаҡ йылдар итек, көнкүреш техникаһын ремонтлау эшен башҡарыусы Салауат Зәйнуллин (һүрәттә) һөнәрен йәштәргә лә өйрәтә.
- Быйыл эш башлағаныма 30 йыл тула, йәштәр ҙә өйрәнһен, тимен, - ти ул.
Батыр Зәйнуллин Мәләүездә иретеп-йәбештереүсегә уҡып ҡайта, Урал аръяғы агроколледжында ла ир-егеттәргә кәрәкле тракторист һөнәрен үҙләштерә. Эшләгәнең - кешегә, өйрәнгәнең - үҙеңә, тигәндәй, йәш егет Салауат ағайҙың тәҡдиме буйынса итектәр ремонтлауға тотоноп киткән.- Эш башлауыма 2 аҙна ғына. Шул ваҡыт эсендә тегергә, итек үксәһен ҡуйырға өйрәндем. Әле замок ҡуйырға өйрәнеп ултырған мәлем, - ти Батыр.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 13 март һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: