Бөтә яңылыҡтар
Коммуналь хеҙмәт
13 Март 2020, 13:00

ҮҘ ЭШЕНЕҢ ОҪТАҺЫ

Йәш саҡтан, дөрөҫөрәге, бала саҡтан тегенергә яраттым. Әсәйемдең булған-булмаған кейемдәрен боҙоп, тегергә өйрәндем.

Йәш саҡтан, дөрөҫөрәге, бала саҡтан тегенергә яраттым. Әсәйемдең булған-булмаған кейемдәрен боҙоп, тегергә өйрәндем.
Фәриҙә Бикбулатова (һүрәттә) халыҡҡа кейем ремонтлау хеҙмәтен тәҡдим итә. Ул Ишдәүләт ауылынан көн дә 4-5 саҡрым юл үтеп килеп, күңеле ятҡан эше менән шөғөлләнә.
- Йәш саҡтан, дөрөҫөрәге, бала саҡтан тегенергә яраттым. Әсәйемдең булған-булмаған кейемдәрен боҙоп, тегергә өйрәндем.
Шулай уҡ төрлө аксессуарҙар эшләп, кешеләргә туйҙарын, юбилейҙарын биҙәргә ярҙам итәм. Кеше интернеттан күрһәтеп, заказ бирә. Материалды Өфөнән барып алабыҙ. Эш урынында өлгөргәнсе эшләйем, әммә бәйләмдәрҙе, аксессуарҙарҙы өйҙә әҙерләйем. Бәләкәй балалар булмағас, ваҡытым етерлек, - ти Фәриҙә апай.
Үҙ көстәре менән тырышып, халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеүселәрҙең эштәре уң булһын.
Читайте нас: