«Сүп-сар реформаһы»на ярашлы, рөхсәт ителмәгән ҡыйлыҡтар ябылып, ауылдарға сүп-сар һауыттары ултыртылырға тейеш ине.
Беҙҙең районда ла был йәһәттән ҙур күләмле эш алып барыла. Контейнерҙар ултыртылып бөткәнсе, көнкүреш ҡалдыҡтарын ҡапсыҡтарға йәки башҡа төрлө һауытҡа йыйырға рөхсәт ителә.
Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте башлығы ярҙамсыһы А. Аҡкөсөков әйтеүенсә, бөгөнгө көндә Иҫке Собханғолдоң Салауат, Ҡайынтүш һәм Һ. Ишкилдин урамдарына 3 сүп-сар майҙансығы эшләнеп, контейнерҙар ултыртылған. Яңы Собханғол, Иҫке Мөсәт, Яңы Мөсәт ауылдарына 2-шәр тура килә. Бер майҙансыҡта 4 контейнер урынлаштырыла.
- Тағы ла Ағиҙел һәм Баҙал биҫтәләрендә буласаҡ. Мөмкинлеккә ҡарап, 4-5 урын эшләү планда тора. Бөгөнгө көнгә 26 контейнер һатып алынған.
Санитар талаптарға ярашлы, контейнерҙарҙы асфальт йәки бетон өҫтөнә ултыртыу, тирә-яғын бордюр менән уратып алыу шарт. Шулай уҡ техника менән инеү өсөн юл да булырға тейеш. Контейнер майҙансығы менән тораҡ йорттар, спорт һәм ял өсөн тәғәйен урындар, балалар уйын майҙансыҡтарының араһы 20 метрҙан да кәмерәк булырға тейеш түгел. Ауыл тар булғанға күрә, был талаптарҙы үтәүе яйһыҙыраҡ. Шуға күрә бушыраҡ урындарға ҡуйырға тырышабыҙ.
Йыйылған сүп-сарҙы «Эко-Сити» төбәк операторы КамАЗ менән план-графикка ярашлы бушатып тора. Әлегә 3-4 көнгә бер тапҡыр тура килә. Бөтә майҙансыҡтарҙы ла әҙерләп бөткәс, график үҙгәрәсәк. Ул ваҡытта контейнерҙар тулыу менән техника килеп тейәп алып китәсәк, - ти А. Аҡкөсөков.