Быйыл халыҡта иң күп һорау тыуҙырған мәсьәлә, моғайын, йыл башынан старт алған “сүп-сар” реформаһы булғандыр. Сүп-сарҙы ҡайҙа туплайбыҙ, кемдәр уны йыйып ала, айына нисә һум түләйбеҙ кеүек һорауҙар күптәргә тынғы бирмәне.
Бөгөн был юҫыҡта райондаштарҙы шәп яңылыҡ менән һөйөндөрмәксебеҙ – “Эко-Сити” төбәк операторынан районыбыҙға беркетелгән махсус автомобиль килде. Заманса бар талаптарға ла яуап биргән, ГЛОНАСС мониторинг системаһы менән яҡтыртылған КамАЗ-65115 автомобиле 22 кубометр ҡалдыҡтарҙы һыйҙыра ала.
- Был КамАЗ 33 ауылды хеҙмәтләндерәсәк. “Сүп-сар” реформаһына тиклем Бөрйәндә ҡалдыҡтарҙы йыйыу тик район үҙәгендә генә ойошторолған, ә ҡалған ауылдарҙы хеҙмәтләндерергә транспорт компанияларының мөмкинлектәре булмаған ине. Сөнки күп ауылдарға ҡаты япмалы юлдар булмауы, ауылдар эсенән йылғалар ағыуы һәм һыуҙың күтәрелеүе һөҙөмтәһендә был биләмәләрҙән сүп-сар сығарыуҙы ойоштороп булмай ине. Яңы сүп-сар түгеү автомобиле тиҫтәләгән мең кешегә был хеҙмәт төрө менән файҙаланыу мөмкинелеге булдыра, - тип комментарий бирә “Эко-Сити” төбәк операторының идарасы директоры Артем Киреев.
Сүп-сар түгеү автомобиле хәҙер ай һайын һәр ауылға йөрөп, ҡалдыҡтарҙы йыйып торасаҡ. Ул районға килгәс тә, күп ауылдарҙан сүп-сар йыйыла ла башлаған.
- Автомобиль бөгөн (12 июль) - Мәһәҙей, Һарғая, Ҡолғана, Яңы Мөсәт, Ғәлиәкбәр, иртәгә (13 июль) – Мәндәғол, Кейекбай, Ғәҙелгәрәй, Мәҡсүт, Ҡотан, Ырғыҙлы, 14 июль – Әтек, Байғаҙы, Яңы Усман, 15 июль Аҫҡар, Исламбай, Брәтәк ауылдарында йөрөйәсәк. Район үҙәгендә иһә сүп-сар йыйыу йыл башында бирелгән график буйынса ойошторола, - ти район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм муниципаль торлаҡ контроле буйынса баш белгесе Иршат Зыянбаев.
Әйткәндәй, был КамАЗ-ды үҙебеҙҙең райондаштар “йүгәнләгән”: водитель Йәмил Сәйфуллин Ырғыҙлы ауылынан булһа, ярҙамсыһы Ирек Ишморатов – Иҫке Собханғолдан.
- График тығыҙ булғас, эш етәрлек, һөйләшерлек тә ваҡыт юҡ әле, - тиҙәр улар.
Ысынлап та, сүп-сар тирәһендә эштәр күбәйеп китте шул. Был юҫыҡта эш башлаусыларға - түҙемлек һәм тырышлыҡ, “КамАЗ”дың иһә төҙөк булыуын теләргә ҡала.