Бөтә яңылыҡтар
Коммуналь хеҙмәт
11 Ғинуар 2019, 13:19

Ҡалдыҡтарға яңыса ҡараш

Ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан илебеҙҙә ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһы старт алды. Районда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы алымына күсеү нисек ойошторола, тариф буйынса түләү хаҡтары нисек билдәләнгән, “төбәк операторы” эшмәкәрлеге яйға һалынғанмы? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Наил Сафинға, “КомЭнергоСервис” ЯСЙ-һы директоры Булат Мөхәмәтғәлинға мөрәжәғәт иттек.

Ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан илебеҙҙә ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһы старт алды.
Районда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы алымына күсеү нисек ойошторола, тариф буйынса түләү хаҡтары нисек билдәләнгән, “төбәк операторы” эшмәкәрлеге яйға һалынғанмы? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Наил Сафинға, “КомЭнергоСервис” ЯСЙ-һы директоры Булат Мөхәмәтғәлинға мөрәжәғәт иттек.
Наил Сафин, район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары:
-Ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы реформаһына күсеү өҫтөндәбеҙ. Районды 3-сө зона төбәк операторы - Ишембайҙың “Эко-Сити” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәтләндерәсәк. Иҫке Собханғол ауылы буйынса сүп-сар сығарыу элеккесә “КомЭнергоСервис” ЯСЙ-һы ойошмаһына йөкмәтелде. Улар “Эко-Сити” ЯСЙ-һы менән төҙөгән килешеү нигеҙендә подрядсы булараҡ был эште башҡарыусылар булып тора. График буйынса район үҙәгендә һәр йорттан һәм ойошма-учреждениеларҙан аҙнаһына бер тапҡыр сүп-сар йыйыу ҡаралған. Иҫке Собханғол ауылы халҡынан сүп-сарҙарын тоҡтарға йәки ҡулайлаштырылған махсус мискә, контейнерҙарҙа йыйыу, мал, эт теймәҫлек урынға урынлаштырыуҙары һорала. Бөгөнгө көндә шулай уҡ ауыл хакимиәттәре биләмәләрендә контейнер майҙансыҡтары билдәләнә, төҙөлә, 8 кубометрлыҡ ҙур тупланма-бункерҙар эшләнә. Быға тиклем ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу системаһы булмаған ауылдарҙа сүп-сарҙы тоҡтарҙа сығарыу ойоштороласаҡ һәм улар киләсәктә ошо бункерҙарға, контейнерҙарға тупланасаҡ. Ә төбәк операторына уларҙы айына бер тапҡыр алып сығарыу бурысы ҡуйылған. Бының өсөн улар кәмендә ике техника менән тәьмин ителергә тейеш. Әлегә улар техника йүнләү буйынса эштәр алып бара. Шуға күрә ауылдарҙа эш башланмайынса, йорттарға түләү ҡағыҙҙары килмәйәсәк. Тарифҡа килгәндә, ауыл ерендә йәшәүселәргә был хеҙмәт өсөн айлыҡ түләү хаҡы кеше башына 35 һумдан тип билдәләнһә, район үҙәгендә йәшәүселәр өсөн яҡынса 70 һум тирәһе ҡуйылған. Яңы реформаға күсеү эштәре ағымдағы йылдың беренсе кварталында яйға һалынып бөтөр, тип күҙаллайбыҙ.
Булат Мөхәмәтғәлин, “Ком-ЭнергоСервис” ЯСЙ-һы директоры:
-Яңы закон нигеҙендә, төбәк операторы “Эко-Сити” ойошмаһы менән төҙөгән килешеүгә ярашлы, район үҙәге халҡын 1 ғинуарҙан хеҙмәтләндерә башланыҡ. Сүп-сар сығарыу графигы төҙөлгән һәм район хакимиәтенә раҫлауға тапшырылған. График раҫланыу менән был мәғлүмәтте район гәзитендә баҫтырырбыҙ. Ә әлегә сүп-сар сығарыу ошо яҡынса график нигеҙендә Иҫке Собханғолдоң һәр йорт, ойошма-учреждениеһы буйлап аҙна һайын башҡарыла. Йәғни, Ағиҙел ҡасабаһынан алып тотош район үҙәгендә, Баҙал биҫтәһендә техникабыҙ дүшәмбе-кесе йома көндәре йөрөһә, йома ойошма-учреждениелар буйлап сүп-сар йыя. Әйткәндәй, район үҙәгендә урынлашҡан ойошма-учреждениеларҙың тик 5-еһе генә төбәк операторы менән килешеү төҙәгән, шулай булыуға ҡарамаҫтан, элекке ғәҙәт буйынса ҡалғандарыныҡын да алып китәбеҙ. Әммә киләсәктә был килешеүҙе барыһына ла мотлаҡ рәүештә төҙөргә кәрәк буласаҡ. Баҙал биҫтәһендә урынлашҡан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына хәҙер кеше сүп-сарын алып барып түгә алмай, унда тик беҙҙең генә техникаға инеү рөхсәт ителә. Ҙур габаритлы ҡалдыҡтар булғанда, айырым заявка бирергә кәрәк буласаҡ. Сүп-сарҙы сығарыу өсөн түләүҙәр ЭСКБ-нан электр энергияһы өсөн килгән квитанцияларға ҡушылып ебәреләсәк, тип әйтелде. Тарифҡа килгәндә, хаҡтар Башҡортостан Республикаһының тарифтар буйынса дәүләт комитеты тарафынан рәсми раҫланмаған, әлегә барыһы ла яҡынса фаразлауҙарға ҡоролған. Шуға күрә был юҫыҡта үҙгәрештәр булыуы ла ихтимал.
А. АҠЫЕВА яҙып алды.
Читайте нас: