

-Азат Ришат улы, дәүләт автоинспекцияһының бурыстары һәм шәхси состав тураһында һөйләп үтһәгеҙ.
-Беҙҙең төп бурыс - граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау, Рәсәй Конституцияһының һәм РФ закондарының үтәлешен тәьмин итеү, шулай уҡ юлдарҙа хәүефһеҙлекте тикшереү, йәмәғәт тәртибен һаҡлау һәм енәйәтселек менән көрәш алып барыу.
Район дәүләт автоинспекцияһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторы Ләйсән Алтыншина, дәүләт юл күҙәтеүе инспекторы Альберт Йәнбәков, административ ҡануниәтте үтәү буйынса инспектор Азалия Ишмырҙина, юл-патруль хеҙмәте төркөмөнөң өлкән инспекторы Ғәзиз Баязитов, юл-патруль хеҙмәте төркөмө инспекторҙары Вилдан Ҡолдәүләтов, Артур Манапов, Рәмил Өмөтҡолов, Руслан Сафиндар эшләй.
Беҙҙең ҡарамаҡта 2 автомобиль, алкотекторҙар, видеокамера, видеорегистратор, тәүге ярҙам күрһәтеү йыйылмаһы, машиналарҙың төҙөклөгөн тикшереүсе төрлө ҡоролмалар бар.
-Районда юл-транспорт ваҡиғалары йыш теркәләме? Иң йыш осраған ҡағиҙә боҙоуҙарға нимәләр инә?
-Ағымдағы йылдың статистикаһы буйынса, быйыл 20 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, былтырғы менән сағыштырғанда 9-ға кәмегән. Уларҙа 1 кеше тән йәрәхәттәре алған. Иң йыш осраған ҡағиҙә боҙоуҙар – дистанция тотмау, ҡапма-ҡаршы килгән машиналарҙың бер-береһенә яҡын йөрөүе, ҡаршы һыҙатҡа сығыу, тиҙлектең юл шарттарына тура килмәүе, артҡа йөрөү һәм сират ҡағиҙәләрен үтәмәүҙәр.
Иң күп ҡағиҙә боҙоуҙар шаршамбы һәм кесе йомаға – иртәнге 11.00-12.00, киске 16.00-17.00 сәғәттәргә тура килә.
Дөйөм алғанда, 2026 йылда дәүләт автоинспекцияһы тарафынан 1277 ҡағиҙә боҙоу теркәлгән, 2 758 450 һум штраф һалынған, 1 394 662, 50 һумы түләнгән. Был штраф һалынғандан һуң билдәле срокта түләүселәр өсөн ҡаралған ташламаларға бәйле.
Йыл башынан алып эскән килеш транспорт менән идара итеү – 32 осраҡ, 3-әүһе эскән килеш руль артына ҡабаттан ултырған.
Шулай уҡ дәүләт автоинспекторҙары мәктәп, эш автобустарының төҙөк хәлдә булыу-булмауын да тикшерә.
Районда 34 мәктәп автобусы булһа, 3-һө иҫәптән сыҡҡан, 4-әүһе төҙөк хәлдә түгел. Барыһына ла ГЛОНАСС системаһы ҡуйылған. Дәүләт инспекторы тарафынан яуаплы кешеләргә 4 материал, юридик шәхестәргә 3 материал асылған. Автобус водителдәре ҡатнашлығында юл ваҡиғалары теркәлмәгән.
Статистика буйынса, ҡағиҙә боҙоуҙарҙың иң күп осрағы еңел автомобиль водителдәренә тура килә. Күрһәткес – 1035. Автобус йөрөтөүселәр – 18, мототранспорт – 44, йөк техникалары – 107, трактор менән идара итеүселәр 25 ҡағиҙә боҙған.
Юл-транспорт ваҡиғалары юлдарҙың торошона ла бәйле. Районда урам-юл селтәренең оҙонлоғо 610,6 саҡрым, шуның 57 саҡрымы асфальт. Барлығы 4015 юл билдәһе ҡуйылған. Юл шарттары ҡәнәғәтләнерлек булмаған осраҡта етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса иҫкәртеү яһайбыҙ.
-Бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы аварияларҙы иҫкәртеү маҡсатында балалар менән ниндәй эш алып барыла?
-Йыл һайын профилактик йүнәлештә балалар менән әңгәмәләр, дәрестәр үтә. Быйыл ғына мәктәптәрҙә 31 әңгәмә, балалар баҡсаларында 13 сара үтте. Шулай уҡ Урал аръяғы сәнәғәт колледжында - 4, “Престиж” автомәктәбендә 1 әңгәмә үткәрелде. Йыл әйләнәһенә “Не губи ребенка, пристегни”, “Не рули, малай”, “Пешеход”, “Внимание, дети”, “Парковка” һәм башҡа акциялар үтә. Профилактик саралар тураһында “Таң” гәзитендә, үҙебеҙҙең сайттарҙа мәғлүмәттәр баҫылып бара.
Ағымдағы йылда бәлиғ булмаған бала ҡатнашлығында бер юл хәрәкәте ваҡиғаһы теркәлде. Ул уртаса ауырлыҡта тән йәрәхәттәре алды.
-Һөнәри байрамығыҙ уңайынан район халҡына, хеҙмәттәштәрегеҙгә нимәләр әйтерһегеҙ?
-Иң тәү сиратта район халҡының, водителдәрҙең генә түгел, йәйәүлеләрҙең дә юлдарҙа иғтибарлы булыуын, хәрәкәт итеү ҡағиҙәләрен боҙмауҙарын һорар инем. Байрам уңайынан ваҡытында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә күп көс һалған дәүләт автоинспекция ветерандарына рәхмәтемде белдерәм. Уларҙы һәм хеҙмәттәштәремде һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Уларға һәм яҡындарына һаулыҡ, ғаилә именлеге, еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйем.
Милиция майоры Рафаэль Ғәҙелшин Эске эштәр бүлегендә 22 йыл хеҙмәт иткән.
-Милицияға эшкә 1971 йылда килдем. Ул ваҡытта техниканан бөтә бүлексәгә бер мотоцикл ғына ине. Уныһы ла иҫке, берәй ергә барып килһәң, боҙола ла ҡуя. Башлыса ат менән йөрөнөк, ҡышҡыһын кашауай санала ауылдар буйлап сығып китәбеҙ. Мәҫәлән, Ғәлиәкбәргә барыу тотош бер көндө ала ине. Сөнки, юлда туҡтап, атты ашатып, эсереп алырға кәрәк. Барып еткәс төнө буйы эшләйһең дә, икенсе көн тағы ҡайтыу юлына китә. Беҙ эшләгән саҡта техникалар күбеһенсә колхоз, совхоздарҙа ғына булды. Уларға техосмотр үткәрҙек. Водитель таныҡлығы, техникаға номер алыу үҙебеҙҙә булды. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән ағас ташып, үҙ көсөбөҙ менән ауыл осонда КПМ төҙөнөк, - ти дәүләт автоинспекцияһы ветераны Рафаэль Ғәле улы. Ул “Милиция отличнигы”, “Эске эштәр министрлығына яҡшы хеҙмәте өсөн” һәм башҡа миҙалдар менән наградланған.
1994-2010 йылдарҙа РЭП ГАИ-ла эшләүсе Гүзәл Мансур ҡыҙы Хәйбуллина:
-36 йыл хеҙмәт стажымдың иң күп өлөшө РЭП ГАИ-ла эшләүгә тура килде. Ул ваҡытта дәүләт автоинспекцияһының начальнигы булып Рәшит Мөхәмәтйәнов эшләй ине. РЭП асылырҙан алда Белорет ҡалаһына барып уҡып, өйрәнеп ҡайттым. Эшкә төшкәс бөтә төр транспорт сараларын һәм тағылмаларҙы теркәү һәм иҫәпкә алыу, теркәү документтарын һәм дәүләт теркәү билдәләрен биреү, документтар әҙерләү, техникаларҙы иҫәптән төшөрөү кеүек хеҙмәттәр күрһәттем. Шул осорҙа колхоз, леспромхоздар бөттө. Иҫәптән төшөрөүгә, утилгә сығарыуға техникалар күп булды.
Коллектив берҙәм, татыу булды. Хеҙмәт осоромдо һағынып иҫкә алам. Ул заманда техника менән эш итеүселәр мине яҡшы белә, әле лә урамда танып, хәлдәремде һорашып торалар.