

Кисә, 24 июндә, 17 сәғәт 50 минутта Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлының 195-се саҡрымында “Лада Ларгус” һәм “УАЗ Патриот” автомобилдәре бәрелешкән.
Юл һәләкәте һөҙөмтәһендә водитель һәм еңел машинаның 4 пассажиры һәләк булған. “Ларгус”тың 2011 йылғы пассажиркаһы дауалау учреждениеһына оҙатылған. Икенсе машиналағы тағы бер пассажиркаға һәм уның 3 йәшлек ҡыҙына ла медицина ярҙамы талап ителгән.
Ғәмәлдәрҙе координациялау өсөн Белорет район-ара прокуроры ваҡиға урынына барған.
Күҙәтеү ведомстволары ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлай, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡануниәтенең үтәлешен тикшерә.
Барыбыҙға ла имен юлдар насип булһын! Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тырышайыҡ.
Һәләк булғандарҙың яҡындарына сабырлыҡ.
(Фото: пресс-служба | Госавтоинспекция РБ).
“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.