Хоҡуҡ һаҡлау
23 Июня , 09:50

Бурҙар алдай, беҙ ышанабыҙ

Улы МХО-ла һәләк булған әсә бурҙарға 13 миллион һум аҡсаһын биргән.

Бурҙар алдай, беҙ ышанабыҙБурҙар алдай, беҙ ышанабыҙ
Бурҙар алдай, беҙ ышанабыҙ

Бүздәк районы полиция бүлегенә урында йәшәүсе 43 йәшлек ханым ғариза менән мөрәжәғәт иткән. “Мутлашыу ғәмәлдәрен булдырмаҫ өсөн” тип вәғәҙә итеүсе аферистар менән аралашҡандан һуң ул үҙенең барлыҡ йыйынтыҡ аҡсаларынан яҙған.

Зыян күреүсегә әллә нисә көндәр буйы билдәһеҙ кешеләр шылтыратҡан. Улар үҙҙәрен “хәрби часть”, Дәүләт хеҙмәте, Роспотребнадзор, Федераль ҡаҙналыҡ һәм федераль именлек хеҙмәте (ФСБ) вәкилдәре тип таныштырғандар.

Яман ниәт менән эш итеүселәр ҡатынды уның махсус хәрби операцияла һәләк булған улына наградалар тейешле тип ышандырғандар. Ә уны алыу өсөн, йәнәһе лә, хәрби часҡа ҡабул ителеүгә яҙылырға кәрәк, тигәндәр.

Артабан схема классик сценарий рәүешендә дауам иткән: имеш тә, бурҙар ханымдың шәхси кабинетын емереп ингәндәр һәм яман ниәт менән эш итеп, уның исеменә миллион һумдар рәүешендә кредит документлаштырырға маташалар, тип хәбәр иткәндәр.

Йәнәһе лә, аҡсаларҙы һаҡлап алып ҡалыу һәм “террористарға булышлыҡ итеү” өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылмаҫ өсөн ҡатынды булған барлыҡ аҡсаларын “хәүефһеҙ иҫәпкә” тапшырырға күндергәндәр.

Бурҙарҙың әйткәндәрен үтәп, алдаҡсылыҡ ҡорбаны махсус хәрби операцияла һәләк булған улы өсөн күсерелгән 13 миллион һум күләмендә түләүҙәрҙе алыу өсөн банкка мөрәжәғәт иткән. Банк хеҙмәткәрҙәре уның менән профилактик әңгәмә үткәргәндәр. Ләкин ҡатын аҡса үҙенә күсемһеҙ милек һатып алыу өсөн кәрәк тип аңлатма биргән. Банктан алған аҡсаһын уд артабан үҙенә килгән ир кешегә тапшырған.

Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

“Башинформ” мәғлүмәттәрен файҙаланып, Т. Йыһанурова әҙерләне.

 

 

Автор:
Читайте нас