

Бөрйәндә йәшәүсе ханым ялған рәсми документты файҙаланыу маҡсатында алған, һаҡлаған һәм файҙаланған өсөн хөкөм ителгән.
Башҡортостан Республикаһының Белорет район-ара суды Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 327-се статьяһының 3-сө өлөшөндә ҡаралған енәйәтте ҡылыуҙа (күрәләтә ялған рәсми документты ҡулланыу маҡсатында алыу, һаҡлау һәм файҙаланыу) ғәйепле тип танылған Бөрйән районы кешеһенә ҡарата енәйәт эшен ҡараны.
Суд ултырышында билдәләнеүенсә, Бөрйәндә йәшәүсе ханым, водитель танытмаһы алыу өсөн законлы нигеҙҙәре булмаған килеш, ялған документтар эшләү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүсе кеше менән бәйләнешкә сыҡҡан.
Ялған водитель таныҡлығы әҙерләтеү маҡсатында ул билдәһеҙ кешегә документҡа индереү өсөн кәрәк булған үҙенең фотографияһын һәм анкета мәғлүмәттәрен ебәргән, шулай уҡ ялған документ әҙерләткән өсөн аҡса күсергән.
Артабан әҙерләнгән ялған водитель таныҡлығы ханым тарафынан алынған һәм рәсми документ сифатында ҡулланылған.
Ул идара иткән транспорт средствоһы дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан туҡтатылған саҡта ханым автомобиль менән идара итеү хоҡуғын раҫлар өсөн ялған водитель таныҡлығын күрһәткән. Тикшереү барышында документтың ысын (төп нөсхә) булыуына шик тыуған һәм ул тартып алынған. Үткәрелгән тикшереүҙәр тарафынан билдәләнеүенсә, таныҡлыҡ ялған булыуы асыҡланған һәм вәкәләтле дәүләт органдары тарафынан бирелмәгәнлеге билдәләнгән.
Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа үҙенең ғәйебен таныған.
Суд, дәүләт ғәйепләүсеһе позицияһы менән килешеп, ханымды ғәйепле тип таныны һәм уға 8 айға иркен сикләү рәүешендә яза тәғәйенләне.
Прокуратура хәтерегеҙгә төшөрә, ялған рәсми документтарҙы әҙерләү, һатып алыу һәм файҙаланыу өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Ялған водитель таныҡлығын ҡулланыу закон талаптарын ғына боҙоп ҡалмай, шул уҡ ваҡытта юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә етди хәүеф тыуҙыра. Сөнки ялған таныҡлыҡ ҡулланылған саҡта транспорт сараһы менән идара итеүгә тейешле тәртиптә үҙҙәренең кәрәк булған белемгәә һәм тәжрибәгә эйә булыуҙарын иҫбатламаған кешеләргә транспорт сараһы менән идара итеүгә юл ҡуйыла тигән һүҙ.
Лилиә Ғималетдинова, район прокуроры ярҙамсыһы, 1-се класлы юрист.