Хоҡуҡ һаҡлау
9 Июня , 04:15

Бурҙарҙы 29 миллион һумға байытҡан...

Хәл былай булған. Әбйәлилдә йәшәүсе 45 йәшлек ир кеше телефон аша эш итеүсе бурҙарға 29 000 000 һум аҡсаһын биргән.

Бурҙарҙы 29 миллион һумға байытҡан...Бурҙарҙы 29 миллион һумға байытҡан...
Бурҙарҙы 29 миллион һумға байытҡан...

Әбйәлилдә йәшәүсе 45 йәшлек ир кеше телефон аша эш итеүсе бурҙарға 29 000 000 һум аҡсаһын биргән.

Зыян күреүсе полицияға мөрәжәғәт итеп, хәлдең нисек булғанын һөйләгән. Иргә үҙҙәрен  федераль именлек хеҙмәте (ФСБ) һәм Үҙәк банк хеҙмәткәрҙәре тип танытҡан билдәһеҙ кешеләр шылтыратҡан. Улар ирҙе, йәнәһе лә, уның һаҡлыҡ аҡсаларына хәүеф янай тип ышандырғандар һәм аҡсаларын “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсереүен талап иткәндәр. Зыян күреүсе уларҙың әйткәнен тыңлаған һәм аҡсаларын банкомат аша тегеләр әйткән иҫәпкә күсерә башлаған.

Аферистар бының менән генә туҡтап ҡалмағандар. Ҡорбандарын, һин экстремистик ойошмаға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәттең, енәйәт яуаплылығынан ҡотолор өсөн, аҡсаларыңды артабан  курьер аша тапшырырға тейешһең, тип ҡурҡытҡандар. Тегеләрҙең әйткәненә ышанып, ул бер нисә тапҡыр шулай эшләгән дә инде. Һөҙөмтәлә, зыян күреүсе 29 миллион һум аҡсаһын юғалтҡан. Өҫтәүенә, был аҡсаларҙың күп өлөшөн ул таныштарынын алып торған булған.

Был мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр итәләр Башҡортостандың Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Ведомствола тағы  бер тапҡыр иҫкәртәләр: банк, ФСБ, Эске эштәр министрлығы һәм рәсми структуралар хеҙмәткәрҙәре бер ваҡытта ла халыҡҡа аҡсаларын “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсереү кәрәклеге тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итмәйҙәр.

 

Әгәр телефон аша енәйәт яуаплылығы менән ҡурҡыталар икән, был йөҙ проценты менән мутлашыусылар йәки телефон аша эш итеүсе бурҙар икәнен аңларға тейешбеҙ.

Ундай осраҡта һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ һәм телефонығыҙҙы шунда уҡ һүндерегеҙ һәм картағыҙҙа күртәһелгән телефон номеры буйынса банкка үҙегеҙ шылтыратып был турала белешегеҙ. Йәки 102 һандары буйынса полицияға шылтыратығыҙ.

Үҙҙәрен кем генә тип танытһалар ҙа, ят кешеләргә бирер өсөн бер ваҡытта ла бурысҡа аҡса алмағыҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күптән түгел генә Өфөнән 23 йәшлек студентка ла, йәнәһе лә, “хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә” тип 3,5 миллион һум аҡсаһын күсергән ине.

 

Фото: Ксения Калинина | ИА «Башинформ»

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас