

Полицияға махсус хәрби операцияла улын юғалтҡан 67 йәшлек ханым мөрәжәғәт иткән. Ул бик камиллашкан мутлашыу схемаһы ҡорбаны булған һәм аферистарға 13, 5 миллион һум аҡсаһын тапшырған. Был аҡсалар улы һәләк булғандан һуң дәүләт биргән түләүҙәр булған.
Барыһы ла март аҙағындағы телефон шылтыратыуынан башлана. Билдәһеҙ кеше үҙен военкомат хеҙмәткәре тип танытып, әсәгә улына өҫтәмә награда тейеш икәнлеге хаҡында хәбәр иткән. Уның өсөн бары тик мессенджер аша паспорттың күсермәһен генә ебәрергә кәрәк, тигән. Ханым уларҙың үтенесен үтәгән.
Бер ни тиклем ваҡыттан һуң уға икенсе ялған белгес шылтыратҡан – был ҡатын-ҡыҙ үҙен уйлап табылған “Росфинмониторинг” белгесе итеп танытҡан. Ул ханымды яңылыҡ менән ҡурҡытҡан: уның паспорт мәғлүмәттәре бурҙарға эләккән һәм әлеге ваҡытта улар уның тупланма иҫәбендәге аҡсаһына эйә булырға маташа. Йәнәһе, берҙән-бер ҡотолоу юлы – барлыҡ средстволарҙы тиҙ арала ғына ҡағыҙ аҡсаға әйләндерергә һәм уларҙы “казначейство” хеҙмәткәренә тапшырырға.
Икенсе көн мессенджерҙа ханым менән ялған көс структураһы “хеҙмәткәре” бәйләнешкә сыҡҡан. Ул, йәнәһе лә, енәйәтселәрҙе тоторға ярҙам итергә тейешмен, тип белдергән. Уға ышанып, яуҙа балаһын юғалтҡан әсә, ҡото осоп, иҫәбендә булған 13 миллион 500 мең һум аҡсаһын тулыһынса ҡағыҙ аҡсаға әйләндереп алып, уларҙы “курьер-инкассаторға” тапшырған. Бөтә был ваҡыт эсендә бурҙар әсәне бик ҡаты психологик көсөргәнештә тотҡандар.
Социаль хеҙмәткәр булып ҡыланған мутлашыусылар шылтыратыу барышында күптән түгел өфөлө ханымдың яҡынын юғалтыуын белгән һәм уның ҡайғыһын “оҫта уртаҡлашҡан”. Күп тә үтмәй, уға “психологик ярҙам”дан шылтырата башлағандар. Йыуатыу эше ойоштороп, йыйылған аҡсаһын “һаҡлап ҡалыр” өсөн уларҙы “хәүефһеҙ иҫәптәргә” күсерергә күндергәндәр. Ҡаза күргән ҡатын һөйләүенсә, уның психологтар менән аралашыуы бер нисә ай дауам иткән.