

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары В. Вәлиева рәйеслегендә район хакимиәте ҡарамағындағы бәлиғ булмағандар һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның сираттағы ултырышы үтте.
Бәлиғ булмағандар һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияла полиция бүлексәһенән алынған 9 административ материал ҡаралды. Шуларҙан 4 протокол бәлиғ булмағандарға ҡарата төҙөлгән. Шул иҫәптән берәүһе - бәлиғ булмағанға ҡул күтәреү буйынса. 2 протокол – йәмғиәт урындарында алкоголь ҡулланып иҫергән хәлдә йөрөгән өсөн, 1-үәһе бәлиғ булмағандарҙың спиртлы эсемлектәр ҡулланыуы буйынса.
Ата-әсәләргә ҡарата төҙөлгән 2 протокол спиртлы эсемлектәр эскән өсөн, икәүһе балаларына үҙ ваҡытында паспорт юлламаған өсөн.
Бер протокол - Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының бәлиғ булған уҡыусыһына ҡарата бәлиғ булмаған ҡустыһын спиртлы эсемлектәр эсергә йәләп иткән өсөн.
Ултырышта бер ауыл хакимиәтенең социаль хәүефле булған бер ғаиләне иҫәптән төшөрөү тураһында юллауы ҡаралды. Әсә кеше алкоголь бәйлелегенән дауаланған, эшкә урынлашҡан, айыҡ тормош алып бара башлаған.
Сығанаҡ: https://vk.com/burzyanadm13