Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
13 Март , 11:05

Һылтанмаға инәм тигәнсе 64 000 һум аҡсаһын юғалтҡан...

Һеҙҙең телефондарға таныштарығыҙҙан «Это не твои попали в ДТП?», «Ваш в аварию попал», «Это не ты на видео?» һәм шундайыраҡ эстәлектәге башҡа хәбәрҙәр килеүе ихтимал. Был хәбәрҙәргә беркетелгән файлдар арк форматына эйә. Был файлдарҙы асыу менән смартфондарға автоматик рәүештә яңы ҡушымта урынлаштырыла. Уның ярҙамында бурҙар һеҙҙең телефонығыҙға ситтән тороп инеү мөмкинлегенә эйә булалар. Артабан уларға һеҙҙең банк ҡушымталарына инеү, һеҙҙең исемдән кредиттар алыу һәм картағыҙҙағы аҡсаларығыҙҙы урлау бер ни түгел.

Һылтанмаға инәм тигәнсе 64 000 һум аҡсаһын юғалтҡан...
Һылтанмаға инәм тигәнсе 64 000 һум аҡсаһын юғалтҡан...

Белорет районында йәшәүселәр арк-файлдарға инеп, үҙҙәренең йыйынтыҡ аҡсаларын юғалтыуҙы дауам итә.

Һуңғы көндәрҙә бер юлы бер нисә кеше Белорет районы буйынса полиция бүлегенә банк карталарынан аҡсалары юғалыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән.

Күптән түгел урында йәшәүсе 58 йәшлек ханым мөрәжәғәт иткән. Ул алдан мессенджерҙарҙың береһендә ДТП-лар хаҡында мәғлүмәттәр бирелеп барыла торған берләшмәгә (сообщество) инеүе тураһында белдерә. Ханым унда фото ҡарау өсөн бирелгән һылтанма (ссылка) буйынса үткән һәм, үҙе лә аңғармаҫтан, үҙенең смартфонына таныш булмаған ҡушымтаны урынлаштырған. Һөҙөмтәлә, картаһынан 10 мең һум аҡсаһы шунда уҡ юҡҡа ла сыҡҡан.
Унан алда Белоретта йәшәүсе 44 йәшлек ҡатын да бурҙарҙың тоҙағына эләккән булған. Мессенджерҙарҙың береһендә ул ваҡыты-ваҡыты менән “Юғалғандарҙы эҙләү” (“Поиск пропавших”) тигән төркөмдәге яңылыҡтарҙы күҙәтеп барыр булған. Унда .арк менән ниндәйҙер файл баҫтырғандар. Ҡатын унда инеүе лә булған (скачать иткән), исеме булмаған ҡушымта (приложение) урынлаштырыу тәҡдиме лә асылған. Ҡатын уны урынлаштырырға тырышып ҡараған,  ләкин бер нәмә лә килеп сыҡмаған. Уның ҡарауы артабан банк картаһынан 64 мең аҡсаһы юҡ булған – бурҙар үҙҙәренә күсереп тә алған.
Мессенджерҙарҙың береһендә Белоретта йәшәүсе 44 йәшлек иргә танышынан “Видеона ҡара..” (“Посмотри видео...”) тигән арк-файл менән хәбәр килгән. Һылтанма буйынса бер нәмә лә асылмаған. Ләкин тиҙҙән ирҙең картаһынан 77 мең һумдан артығыраҡ аҡсаһының юҡҡа сығыуы тураһында мәғлүмәт килгән.

Белоретта йәшәүсе 23 йәшлек ҡыҙ үҙенең телефонына урынлаштырылған яңы ҡушымта тураһында хатта аңғармаған да. Мутлашыусылар уның телефонына килә торған белдереү-ҙәрҙе (уведомления) блокировкалағандар һәм уларҙы үҙҙәре алып торғандар. Улар шулай уҡ интернет-магазиндарҙа һатып алыуҙар өсөн дөйөм 64 мең һумдан артығыраҡ суммаға бер нисә кредит документлаштырғандар.

Һеҙҙең телефондарға таныштарығыҙҙан «Это не твои попали в ДТП?», «Ваш в аварию попал», «Это не ты на видео?» һәм шундайыраҡ башҡа хәбәрҙәр килеүе ихтимал. Был хәбәрҙәргә беркетелгән файлдар арк форматына эйә. Был файлдарҙы асыу менән смартфондарға автоматик рәүештә яңы ҡушымта урынлаштырыла. Уның ярҙамында бурҙар һеҙҙең телефонығыҙға ситтән тороп инеү мөмкинлегенә эйә булалар. Артабан уларға банк ҡушымталарына инеү, һеҙҙең исемдән кредиттар алыу һәм картағыҙҙағы аҡсаларығыҙҙы урлау бер ни түгел.

Вирустар шулай уҡ юл камераларының, ДПС радарҙарының урынлашыуын ҡарау өсөн бушлай сервистар һәм башҡа төрлө “файҙалы” ҡушымталар  рәүешендә лә булырға мөмкин.

Хөрмәтле граждандар! Бындай ҡушымталарҙы урынлаштырғандан һуң бурҙар беҙҙең мәғлүмәттәргә инеүгә тулы мөмкинлек ала. Уның ярҙамында һеҙгә килгән белдереүҙәрҙе һәм СМС-хәбәрҙәрҙе блокировкалайҙар. Был уларға төрлө операциялар башҡарырға юл аса.

Һеҙҙең галереяғыҙға һәм контактығыҙға ла инеү мөмкинлеге асыла. Был вирусты артабан һеҙҙең таныштарығыҙ араһында ла таратыу мөмкинлеге бирә.

Алынған файлдарҙың таралыуына иғтибарлы булығыҙ, тикшерелмәгән һәм билдәһеҙ сығанаҡтарҙан килгән ҡушымталарға инмәгеҙ.

Мәғлүмәттәрегеҙҙең һәм аҡса средстволарығыҙҙың һаҡланышы үҙегеҙҙең ҡулдарығыҙҙа!

Сығанаҡ: https://vk.com/burzyanadm13

Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас