Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
4 Декабрь 2025, 17:10

Бала бурҙарға 12,5 миллион һум аҡса биргән

Өфөлә йәшәүсе 16 йәшлек үҫмер мутлашыусыларға ата-әсәһенең 12,5 миллион һум аҡсаһын күсергән. Эш былайыраҡ булған...

Бала бурҙарға 12,5 миллион һум аҡса биргән
Бала бурҙарға 12,5 миллион һум аҡса биргән

Өфөлә йәшәүсе 16 йәшлек үҫмер мутлашыусыларға ата-әсәһенең 12,5 миллион һум аҡсаһын күсергән.

Ул сейфты асып, банкоматтар һәм курьерҙар аша мошенниктарға 12 миллион ярым һум аҡса биргән. Бының буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында түбәндәгеләрҙе хәбәр иткәндәр.

2 декабрҙә үҙен тауар килтереү (доставка) хеҙмәткәре тип танытҡан кеше үҫмерҙән үҙенә килгән СМС-кодты әйтеүен һораған. Малай ул әйткәнде үтәгән.

Артабан балаға үҙҙәрен "Росфинмониторинг" һәм ФСБ хеҙмәткәрҙәре тип таныштырған мошенниктар шылтыратҡан. Улар үҫмергә унан мәғлүмәттәр урлап, уның ата-әсәһенең банк иҫәптәренә ышаныс ҡағыҙы рәсмиләштерергә тырышҡан енәйәтселәр тураһында үҙҙәренең ғәҙәти әкиәттәрен һөйләгән.

Үҫмер ҡурҡыуға ҡалған.  Ләкин уға бер вариант тәҡдим иткәндәр: аҡсаны ҡотҡарып ҡалыу өсөн уны һалым инспекцияһында декларацияларға кәрәк, имеш. Әгәр ул быны эшләмәһә, уға ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ һәм уға яуап бирергә кәрәк буласаҡ, тип ышандырғандар.

Ҡурҡыуға ҡалған бала фатирҙа булған 867 мең һум аҡсаны йыйып, банкомат аша “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсергән. Шулай уҡ  өйҙә сит ил валютаһы табылған (яҡынса 150,1 мең АҠШ доллары). Уны уҡыусы курьерға биреп ебәргән. Әсәһе өйгә ҡатҡас, уға, күрәһең, нимә булғанын һөйләгән.

Ҡатын шунда уҡ улының алданғанын аңлаған һәм полицияға ғариза яҙған. Айырыуса ҙур күләмдә аҡсаға бәйле мутлашыу тураһында эш ҡуҙғатылған.

Бындай шылтыратыуҙарға ышанмағыҙ! Ят номерҙарға яуап бирмәҫкә тырышығыҙ!

Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас