Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
15 Август 2025, 16:15

Пенсия алды йәшендәгеләр һалым буйынса льготаларға хоҡуҡлы

Һалым инспекцияһы хәтерегеҙгә төшөрә, пенсия алды йәшендәге граждандар милек һалымы – физик берәмектәрҙең милкенә һалым һәм ер һалымы буйынса льготаға хоҡуҡлы. Кемдәр пенсия йәше алдындағылар тип иҫәпләнә һуң?

Пенсия алды йәшендәгеләр һалым буйынса льготаларға хоҡуҡлы
Пенсия алды йәшендәгеләр һалым буйынса льготаларға хоҡуҡлы

Һалым инспекцияһы хәтерегеҙгә төшөрә, пенсия алды йәшендәге граждандар милек һалымы – физик берәмектәрҙең милкенә һалым һәм ер һалымы буйынса льготаға хоҡуҡлы.

Кемдәр пенсия йәше алдындағылар тип иҫәпләнә һуң?

Ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһына хоҡуҡ биргән йәшкә тиклем, шул иҫәптән ваҡытынан алда тәғәйенләнә торған пенсияға тиклем 5 йылдан артыҡ ҡалмаған граждандар пенсия алды йәшендә тип һанала.

Пенсия алды йәшендәгеләр өсөн льготалар пенсионерҙарҙыҡы кеүек үк. Тәғәйен алғанда...

Физик берәмектәрҙең милкенә һалымды иҫәпләгәндә һәр типтан бер объектҡа льгота ҡаралған: ер участкаһында урынлашҡан һәм майҙаны 50 квадрат метрға тиклем булған бер фатирға, бер өйгә, бер гаражға/машина-урынға, бер хужалыҡ ҡоролмаһына.

Миҫал. Әгәр пенсия алды йәшендәге граждандың ике фатиры, бер өйө һәм ике гаражы бар икән, льгота бер фатирға, бер өйгә һәм бер гаражға ҡарата ҡулланыла.

Ер һалымы иҫәпләнгәндә льгота 6 сутыйға тиклемге учсткаларға ҡағыла. Әгәр майҙан ҙурыраҡ икән, һалым артҡан майҙанға ҡарата ғына һалына.

Миҫал. Участок 10 сутый булған осраҡта 4 сутыйына ғына һалым һалына (10–6=4).

Һалым инспекцияһы льготаға хоҡуҡтар тураһында мәғлүмәттәрҙе Социаль фондтан автоматик рәүештә ала һәм уларҙы ғаризаһыҙ ҡуллана. Әгәр льгота иҫәпкә алынмаған булһа, пенсия алды йәшендәге граждан шәхсән һалым органына барып йәки Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында Шәхси кабинет аша ғариза бирә ала.

Граждандың ҡарамағында бер нисә объект булһа, һалым түләүсе һалым органына льгота ҡулланыу өсөн һайлаған объекты тураһында 31 декабргә ҡәҙәр хәбәр итергә тейеш. Бындай хәбәр итеү булмаһа, һалым органы тарафынан льгота максималь һалым суммаһы тәғәйенләнгән объектҡа ҡарата ҡулланыласаҡ.

Йәнә шуны иҫтә тотоғоҙ: физик берәмектәрҙең милек һалымын түләү тураһында белдереүҙәр (уведомление) һалымы 300 һумдан кәмерәк килеп сыҡҡан граждандарға ебәрелмәй.

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең

Башҡортостан Республикаһы

буйынса 30-сы район-ара инспекцияһы.

Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас