Суд приставтары хеҙмәте эшмәкәрлегендә төп йүнәлеш – суд ҡарарын үтәү: кредит, алимент, һалым, штрафтар буйынса бурысы йыйылғандар менән аңлатыу эштәре алып барыу, уларҙы яуапҡа тарттырыу, рейдтар үткәреү, хеҙмәткәрҙәргә тейешле хеҙмәт хаҡын түләтеү, енәйәт һөҙөмтәһендә килтерелгән зыянды ҡаплатыу, бурысын түләмәй йөрөгән бурыслыны табыу.
Суд приставтары-
ның Бөрйән районы бүлексәһендә 13 хеҙмәткәр эшләй. Бүлек начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы – өлкән суд приставы Лиана Киранова. Ул хоҡуҡ һаҡлау органдарында 6 йыл эшләй.
Уның урынбаҫары Данир Бураншин бурыслы граждандар менән һөйләшеү, бәлиғ булмаған баланы ҡарауға алименттар түләтеү, мәжбүри эштәр рәүешендә административ яза тәғәйенләнгән кешеләрҙең иҫәбен алып барыу эштәре менән шөғөлләнә. Бик талапсан һәм яуаплы хеҙмәткәрҙең эше 1-се, 2-се дәрәжә “Хеҙмәт өсөн” миҙалы менән баһаланған.
Суд барышында тәртип һаҡлау, суд һәм суд приставтары хеҙмәте биналарында һаҡты тәьмин итеү хеҙмәткәрҙәре – Иршат Хәлитов, Илдар Билалов, Саръян Ғәбиҙуллин, Иршат Иҫәнғужин, Фәнүр Исхаҡов, Руслан Йортбағышев. Водитель Илфат Ишмырҙин, бинаның таҙалығы өсөн Айһылыу Хәкимова яуап бирә.
Суд эшмәкәрлегенең билдәләнгән тәртибен тәьмин итеү буйынса сменаның өлкән суд приставы Иршат Хәлитов пристав хеҙмәтендә 15 йылдан ашыу эшләй, үҙ бурыстарын уңышлы башҡара һәм йәш хеҙмәткәрҙәргә өлгө булып тора. Быйыл уның тырыш хеҙмәте 2-се дәрәжә “Хеҙмәт өсөн” миҙалы менән билдәләнгән.
Башҡарыусы суд приставы Әлфиә Вәлитова, өлкән белгес Азалия Ишмырҙина башҡарыу документтарының (суд акттарының, ҡарарҙарының) үтәлешен тормошҡа ашыра, корреспонденция менән эшләй, түләтелгән аҡсаларҙы күсерә.
Азалия Ишмырҙина менән тәүтикшереүсе Юлиә Ҡарағолова, күптән түгел генә эш башлауҙарына ҡарамаҫтан, үҙ эштәрен яҡшы башҡаралар.
Юлиә Ҡарағолова суд приставтары хеҙмәте тикшереүе аҫтындағы енәйәттәрҙе асыҡлау буйынса эш алып бара. Уның эшмәкәрлегендә мөһим йүнәлештәрҙең береһе – енәйәт эштәрен судҡа тиклем алып барып еткереү. Бөгөнгө көнгә ҡарата 5 енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Миңзилә Ҡолдобаева 2008 йылдан алып эшләй. Әлегә ул декрет ялында. Уға ла быйыл 3-сө дәрәжә “Хеҙмәт өсөн” миҙалы бирелгән.
Бүлексә начальнигы Лиана Айрат ҡыҙы әйтеүенсә, коллектив татыу, тырыш, бер-береһенә ярҙамсыл. Һәр хеҙмәткәр үҙенә йөкмәтелгән хеҙмәт бурыстарын намыҫ менән башҡара, эштәренә яуаплы ҡарай, физик әҙерлек буйынса нормативтар тапшыра.
Бөгөнгө көндә суд приставтары тарафынан 6 мең ярымдан ашыу эш алып барыла. Уларҙың күбеһе кредит түләмәүселәр буйынса – 2600 кешенең банк алдында түләнмәгән бурысы тора.
Икенсе урында – алимент түләүҙән ҡасып йөрөүселәр, улар 140 кеше.
-Закон буйынса бурысы булған кеше ҡарарҙы алғандан һуң 5 көн эсендә бурысын түләргә тейеш. Юғиһә, беҙгә мәжбүри түләтергә тура килә. Бурысы булған физик шәхес йәшәү минимумын һаҡлап ҡалыуға ғариза яҙа ала. Штрафтарҙы ваҡытында түләргә кәрәк. Әгәр ҙә һуңлатһалар, физик шәхестәр бурыстың 7 процент күләмендәге башҡарма йыйым суммаһын түләргә бурыслы була. Бурыстары йыйылған граждандар приставтарҙан ҡурҡып, уларҙан ҡасып йөрөмәһендәр, килһендәр, һөйләшеп, үҙ хәлдәрен аңлатһындар.
Граждандарҙы ҡабул итеү көндәре - шишәмбе, кесаҙна. Икенсе райондан килеүселәрҙе, оло йәштәгеләрҙе көн дә ҡабул итә алабыҙ, - тине өлкән суд приставы Лиана Киранова.