Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
26 Сентябрь , 17:00

Районда 110 иҫерек водитель асыҡланған

2024 йылдың 25 сентябренә ҡарата Бөрйән районы биләмәһендә 61 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Улар һөҙөмтәһендә 2 кеше һәләк булған, 7 кеше тән йәрәхәттәре алған. 2 юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәпселәре – иҫерек водителдәр.

Районда 110 иҫерек водитель асыҡланған
Районда 110 иҫерек водитель асыҡланған

Йыл башынан алып алкоголь ҡулланып иҫергән килеш руль артына ултырған 110 (+24) водитель асыҡланған. Шуларҙың 94-е тәүге тапҡыр эләккән. Уларға ҡарата РФ КоАП-ының 12.8 һәм 12.26 статьялары буйынса административ протоколдар төҙөлдө. 16 кеше иҫерек хәлдә руль артына ҡабатлап ултырған. Бындай водителдәргә ҡарата РФ Енәйәт кодексының 264.1 статьяһы буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылды.

Автомобиль йәки башҡа транспорт средствоһы менән иҫерек хәлдә идара итеү – водитель ҡылыуы ихтимал булған иң етди ҡағиҙә боҙоуҙарҙың береһе.

Руль артына иҫерек килеш ултырған һәр водителде асыҡлау – ул беҙҙең граждандарҙың ғүмерен һәм сәләмәтлеген ҡотҡарыу тигән һүҙ ул.

Иҫерек водителде туҡтатып, беҙ кемдеңдер ғүмерен һаҡлап алып ҡала алабыҙ.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!

Иҫерек водитель йәки йәйәүле тураһында хәбәр итегеҙ!
- телефон доверия МВД по РБ 83472793292;
- телеграм-чат ГИБДД @GIBDDRB_02bot
;
- дежурная часть ОМВД России по Бурзянскому району 83475536319
.

Сығанаҡ: Отделение МВД России по Бурзянскому району

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: