Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
11 Сентябрь , 15:55

Өфө табибы бурҙарға 5 миллион һум аҡсаһын күсергән

Үткән тәүлектә республикала йәшәүселәр бурҙарға ышанып, 18 миллион һум аҡсаларын юғалтҡан. Республиканың эске эштәр органдарының дежур бүлектәренә мутлашыуҙар менән бәйле 37 мөрәжәғәт булған.

Өфө табибы бурҙарға 5 миллион һум аҡсаһын күсергән
Өфө табибы бурҙарға 5 миллион һум аҡсаһын күсергән

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Өфө ҡалаһындағы 6-сы полиция бүлегенә 64 йәшлек табип-рентгенолог мөрәжәғәт иткән. Был ир кешегә, йәнәһе лә, баш табиптан хоҡуҡ һаҡлау органдарына ярҙам итеү үтенесе менән шылтыратыу булған.

Артабанғы шылтыратыусы үҙен “көс структураһы хеҙмәткәре” тип танытҡан һәм табиптың шәхси мәғлүмәттәренең ситкә сығыуы хаҡында хәбәр иткән. Ялған хеҙмәткәр ир кешене  үҙҙәре уйлап сығарған урлашыуҙы “булдырмау өсөн” кредит юллап, аҡсаһын улар әйткән “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә күндергән.

Доктор, бурҙарҙың әйткәндәрен үтәп, аферистарҙың иҫәбенә 4,5 миллион һум һаҡлауға һалып барған үҙенең аҡсаһын һәм кредитҡа алған 500 мең һум аҡсаһын күсергән. Шул рәүешле бер нисә минут эсендә барлыҡ аҡсаһынан яҙған.

Үткән тәүлектә республикала йәшәүселәр бурҙарға ышанып, 18 миллион һум аҡсаларын юғалтҡан. Республиканың эске эштәр органдарының дежур бүлектәренә мутлашыуҙар менән бәйле 37 мөрәжәғәт булған.

Хөрмәтле райондаштар! Телефон аша таныш булмаған кешеләр менән аҡсаға бәйле бер ниндәй ҙә ғәмәлдәр ҡылмағыҙ. Ят номерҙарға яуап бирмәгеҙ.

Т. Йыһанурова әҙерләне.

"Башинформ" мәғлүмәттәре һәм фотоһы файҙаланылды.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: