Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
30 Май , 12:50

Өфөлә йәшәүсе ир бурҙарға 3 000 000 һум аҡса күсергән

Башҡортостанда йәшәүселәр тәүлек эсендә бурҙарға (телефон аша мутлашыусыларға) 20 000 000 һумдан артығыраҡ аҡса күсергән. Мәҫәлән, аферистар, йәнәһе лә, автомобиль һатыусылар булып, Өфө ҡалаһында йәшәүсе ирҙең 3 миллион һум аҡсаһын “һурып алғандар”. Нисек, тиһегеҙме?

Өфөлә йәшәүсе ир бурҙарға 3 000 000 һум аҡса күсергән
Өфөлә йәшәүсе ир бурҙарға 3 000 000 һум аҡса күсергән

47 йәшлек ир кеше мутлашыу тураһында ғариза менән полицияға мөрәжәғәт иткән.Үҙенең һүҙҙәренә ҡарағанда, ул апрелдән майға тиклемге ваҡыт эсендә мессенджер аша таныш булмаған кешеләр менән яҙышҡан һәм телефон аша һөйләшеүҙәр алып барған.

Бурҙар, йәнәһе лә, иғландар сайты аша автомобиль һатыу “ниәте” менән гражданинды уларға 3 миллион 58 мең һум аҡса күсерергә күндергәндәр.

Башта аферистар ирҙән “таможня хеҙмәттәре өсөн” тип 600 мең һум талап иткәндәр. Унан һуң – тағы 2 000 000 һум. Унан тағы “өҫтәмә хеҙмәттәр” өсөн 380 мең һум һорағандар.

Дөйөм алғанда, зыян күреүсе онлайн-ҡушымта һәм банк бүлексәһе аша билдәләнмәгән банк иҫәптәренә - бурҙарға 3 058 000 һум аҡса күсергән.

Әлбиттә, вәғәҙә ителгән автомобилен ир кеше ала алмаған.

Был факт буйынса “айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу” тигән статья буйынса эш ҡуҙғатылған.

Телефон аша эш итеүсе бурҙарҙан һаҡ булайыҡ!

(“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды).

Автор:
Читайте нас: