Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
17 Май , 14:55

02 хәбәр итә

 Майҙың 9-ынан 16-һына тиклем район буйынса енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 30 мөрәжәғәт теркәлгән.

02 хәбәр итә
02 хәбәр итә

 Улар иҫәбендә кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (2),  ғаилә низағы (3), законһыҙ алкоголь продукцияһы һатыу (1), документтар юғалтыу (2), тыйылған осорҙа – балыҡтар ыуылдырыҡ сәскән йәки ыуылдырыҡ һалыу урынына миграцияланған ваҡытта һыуҙағы биологик ресурстарҙы аулау (3), мөлкәт-хужалыҡ бәхәсе (1), законһыҙ ағас ҡырҡыу (4), мутлашыу (2), усаҡ яғыу (1), шәхси милек урлау (1), ҡара һәм төҫлө металл урлау (1) һәм башҡалар бар.

Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 55 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 41. 4 водитель эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.

Сығанаҡ:  Отделение МВД России по Бурзянскому району

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: