Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
15 Май , 09:45

Их, ошо “инвесторҙар”... йәки Алданабыҙ шул

Ағымдағы йылдың 14 майында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһенә райондың Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе 1960 йылғы ҡатын-ҡыҙ мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итте. Хәл былайыраҡ булған.

Их, ошо “инвесторҙар”... йәки Алданабыҙ шул
Их, ошо “инвесторҙар”... йәки Алданабыҙ шул

2024 йылдың 18 мартында был гражданка Интернет селтәрендә Инвестициялар (Газинвест) тураһында реклама күреп ҡала һәм шул битләүгә инә. Тәҡдим ителгән шарттарҙы өйрәнгәндән һуң, ул битләүҙән кире сыға..

Шул уҡ көндә Ватсап ҡушымтаһы аша уға билдәһеҙ кешеләр шылтырата һәм үҙҙәрен Инвестиция компанияһы вәкилдәре тип танытып, ҡатынды ла шуға ышандыралар.  Артабан, ханымға, йәнәһе, компанияның лицензияһының фотоһүрәтен ебәреп, уға компанияға аҡса средстволары күсереү (инвестициялау) юлы менән тиҙ арала ҙур аҡса эшләргә тәҡдим итәләр.

Бурҙарҙың таҫма теленә ышанып, ханым ағымдағы йылдың 18 мартынан 18 апреленә тиклем мутлашыусыларҙың төрлө иҫәптәренә 635 500 һум аҡса күсерә. Шул уҡ ваҡытта был аҡсаның 20 000 һумы ғына үҙенең аҡсалары, ҡалған 625 000 һумы Хоум кредит, ПАО Сбербанк, Почта банк кредит ойошмалары аша ҡатындың үҙ исеменә документлаштырып алып, бурҙарға күсергән кредиттары...

*
Хөрмәтле граждандар!

Бурҙарҙың таҫма телдәренә ышанмағыҙ!

Тиҙ аҡса эшләү – ул буш хәбәр, алдашыу!

Юғары проценттар менән инвестиция вәғәҙә итеү – ул алдашыу!

Төрлө иҫәптәргә аҡса күсереүҙе һорау – ул алдашыу!

Кредит алырға тәҡдим итеү – ул алдашыу!

Һеҙҙең аҡсаларығыҙҙы хәүефһеҙ иҫәптәргә күсерергә тәҡдим итеү – ул алдашыу!

Ватсап ҡушымталары, телеграмм, скайп һәм башҡа мессенджерҙарҙан ят кешеләрҙең шылтыратыуы – ул мутлашыусылар (бурҙар)!

Үҙегеҙҙең яҡындарығыҙҙы, туғандарығыҙҙы ла иҫкәртегеҙ, бурҙарҙың ҡорбанына әйләнмәгеҙ!

Сығанаҡ: Отделение МВД России по Бурзянскому району.

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: