Өфөлә 22 апрелдән «Бурыслы» иҫкәртеү саралары башланды, улар аҙна дауамында бара. Баш ҡала дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, операцияның төп маҡсаты — юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкәһендә административ яуаплылыҡҡа тарттырылған граждандарға һалынған штрафты ваҡытында түләү кәрәклеге тураһында иҫкә төшөрөү.
«Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 20.25-се статьяһына ярашлы, штрафты 60 көн эсендә түләмәгән осраҡта икеләтә штраф йәки 15 тәүлеккә ҡулға алыу, йә иһә 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәр янай. Штрафты 20 көн эсендә түләгәндә, уның 50% ғына ҡаплау мөмкинлеге бар», — тип белдерҙеләр ведомствола.
Түләнмәгән штрафтар тураһында мәғлүмәтте дәүләт автоинспекцияһының рәсми сайтында, шулай уҡ дәүләт хеҙмәттәре порталында алырға мөмкин.