Тәғәйен алғанда, әйтәйек, 2024 йылдың 12 апрелендә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһенә гражданин М.-дан уның парковкала торған “Гранта” маркалы автомобилен билдәһеҙ кеше алып китеүе тураһында ғариза теркәлгән. Тикшереү барышында был енәйәткә Бөрйән районында йәшәүсе бәлиғ булмаған үҫмерҙең ҡыҫылышы барлығы асыҡланған.
Был факт буйынса РФ Енәйәт кодексының 166-сы статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһе иҫкәртә: ҡыуып алып китеүҙәргә юл ҡуймаҫ өсөн автомобилегеҙҙе бер нисә секундҡа ғына ҡалдырып торғанда ла асҡысын үҙегеҙ менән алығыҙ.
Автомобилегеҙҙән ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа сыҡҡанда ла сигнализацияны һәм башҡа һаҡлау сараларын ҡабыҙығыҙ. Автомобиль салонында документтарығыҙҙы һәм ҡиммәтле әйберҙәрегеҙҙе ҡалдырмағыҙ.
(Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһе мәғлүмәттәре файҙаланылды).
Сығанаҡ: Отделение МВД России по Бурзянскому району