Мәғлүмәт-телекоммуникация технологиялары (артабан – ИТТ) бөгөнгө Рәсәй йәмғиәтенең барлыҡ өлкәләренә лә үтеп инде. Ил иҡтисадын бик әүҙем рәүештә цифрлаштырыу ИТТ ҡулланып ҡылынған енәйәттәр һанының да үҫеүенә килтерҙе. Шуға бәйле, ИТТ ҡулланып ҡылынған енәйәттәргә ҡаршы көрәш һуңғы бер нисә йыл дауамында Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы өсөн өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе булып тора.
Анализ күрһәтеүенсә, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә ай һайын граждандар мутлашыусыларға (мошенниктарға) 220 000 000 (220 миллион) һумдан артығыраҡ аҡса күсерә. 2023 йылда IT-технологиялар ҡулланып (телефон, башҡа электрон ысулдар ярҙамында) урлашыуҙан килгән зыян 2 миллиард һумдан артығыраҡ булған.
IT-енәйәттәрҙә зыян күреүселәр былтыр 10 мең кешегә еткән. Уларҙың күбеһе юғары килемгә эйә булмаған, бюджет өлкәһендә эшләүсе кешеләр, пенсионерҙар. Тап шул категория аҡса менән эш итеүҙә үтә ышаныусанлыҡ күрһәтә.
Урланған аҡсалар, нигеҙҙә, кредит средстволары. Йәғни мошенниктар алдыҡ юл менән граждандарҙы кредит алырға һәм артабан үҙҙәренең (мошенниктарҙың) иҫәбенә күсерергә мәжбүр итәләр. IT-енәйәттәрҙә зыян күреүселәр аҡсаһыҙ ҙа ҡалып һәм алынған кредитты ла түләргә мәжбүр булып, шул рәүешле бурысҡа баталар.
Бындай ИТТ ҡулланып ҡылынған енәйәттәргә ҡаршы тороуҙың төп юлы – иҫкәртеү (профилактика). Ләкин әлеге ваҡытта алып барылған иҫкәртеү ысулдары етерлек түгел, улар мәғлүмәт биреүҙең яңы формаларын һәм ысулдарын талап итә. Республика халҡына ИТТ ҡулланып ҡылынған енәйәттәрҙең ысулдары һәм юлдары тураһында мәғлүмәтте киң таратырға кәрәк.
Мошенниктарҙың ҡапҡанына эләкмәҫ өсөн түбәндәгеләр тәҡдим ителә:
2. Әгәр һеҙгә картағыҙҙан ниндәйҙер аҡсалар алыныуы тураһында хәбәр килһә лә, күрһәтелгән телефон буйынса шылтыратмағыҙ һәм һылтанма (ссылка) аша инмәгеҙ.
3.Инвестициялар буйынса белгестәрҙән тиҙ арала аҡса эшләү тураһында, кеҫә телефоны операторҙарынан, банк хеҙмәткәрҙәренән, йәки дәүләт хеҙмәте аша телефонығыҙға килгән СМС-хәбәр тураһында хәбәр итергә кәрәк тигән шылтыратыуҙар килгән осраҡта шунда уҡ һис кисекмәҫтән бәйләнеште өҙөргә, телефонды һүндерергә кәрәк.
4.Түбәндәге телефондарҙан шылтыратыуҙарға яуап бирмәҫкә:
Ысын банк хеҙмәткәре һәм хәүефһеҙлек хеҙмәткәре һеҙҙең фамилияғыҙҙы, исемегеҙҙе, атайығыҙҙың исемен, һеҙҙең картағыҙҙың һуңғы 4 һанын һәм унда күпме аҡса барлығын белә. Улар банкоматтан аҡса алып, уны икенсе иҫәпкә күсереүҙе һорамасаҡ.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре (ФСБ (федераль именлек хеҙмәте), МВД (эске эштәр министрлығы), полиция, тәфтишселәр) интернет мессенджерҙарын ҡулланып һеҙгә шылтыратмай, үҙҙәренең хеҙмәт танытмаларының скринын ебәрмәй.
Хөрмәтле райондаштар! Тағы ла бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: таныш булмаған номерҙарҙан килгән шылтыратыуҙарға яуап бирмәгеҙ, сит кешеләр менән телефон аша аҡсаға бәйле бер ниндәй ҙә ғәмәлдәр башҡармағыҙ. Мутлашыусылар һеҙҙең аҡсағыҙҙы урлар өсөн яңынан-яңы ысулдар уйлап табып тора – шуны онотмағыҙ.
Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһе.