Улар Бөрйән районы территорияһында законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен нығытыуға ҙур өлөш индерә. Бүлексә менән полиция майоры Р. Ырыҫбаев етәкселек итә. Иҫке Собханғол ауылын бүлектең тәжрибәле хеҙмәткәре, полиция капитаны И. Дәүләтбаев һәм полицияның өлкән лейтенанты И. Ғизәтуллин хеҙмәтләндерә. Кейекбай, Ырғыҙлы һәм Ғәлиәкбәр ауыл биләмәләрендә хоҡуҡ тәртибен өлкән участка вәкиле, полицияның өлкән лейтенанты А. Шәмиғолов һаҡлай. Уның административ участкаһында ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекты - «Шүлгәнташ» мәмерйәһе урынлашҡан. Туристик үҙәккә йәй буйына йөҙҙәрсә мең кеше килә. Был йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа айырыуса ныҡлы иғтибар, уяулыҡ, ҡыйыулыҡ талап итә. Шулай уҡ йәш участка вәкилдәре Р. Мәхмүтовҡа, З. Хәсәновҡа административ участкалар беркетелгән. Участка вәкилдәре структураһына шулай уҡ бәлиғ булмағандарҙың эштәре буйынса подразделение һәм административ күҙәтеүҙе тормошҡа ашырыуы буйынса йүнәлеш инә. Был эшмәкәрлек йүнәлештәре буйынса полиция лейтенанты И. Ғүмәров һәм кесе лейтенант А. Ғарифуллин яуап бирә. улар бәлиғ булмағандар һәм админситратив күҙәтеү аҫтында булған кешеләр араһында енәйәттәрҙе һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеүгә ҙур өлөш индерә.
Р. Ырыҫбаев,
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлегенең участка вәкилдәре һәм бәлиғ булмағандарҙың эштәре буйынса бүлексәһе начальнигы, полиция майоры.