Документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Унан күренеүенсә, конкурстар ыңғай тәжрибәне таратыу, полиция хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталыҡ кимәлен өҙлөкһөҙ камиллаштырыу, шулай уҡ Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы системаһында полицияның участка уполномоченныйы хеҙмәте ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған юбилей саралары алдынан уларҙы матди яҡтан дәртләндереү өсөн үткәрелә.
Почетлы исемдән тыш, аҡсалата приз фонды ҡаралған. Беренсе урынды алған иң яҡшы ҡала, ауыл участковыйҙарына һәм инспекторҙарына 100 мең һум тапшырыла, икенсе урынға — 75 мең һум, өсөнсө урынға — 50 мең һум. Еңеүселәрҙе Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы сайтында халыҡ тауыш биреүе барышында асыҡлана.
Һөнәри ярыштарҙың положениелары, конкурс комиссияһы составы раҫланған. Ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоу республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитовҡа йөкмәтелгән.
Фото:Ксения Калинина