Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
28 Сентябрь 2023, 09:40

Их, хәләл аҡсабыҙҙы урлатабыҙ бит...

Башҡортостанда йәшәүселәр бурҙарҙан бер тәүлектә йәнә 10 миллион һум аҡсаларын урлатҡандар. Башҡортостандың полиция бүлектәренә 20 граждан мөрәжәғәт иткән.

Их, хәләл аҡсабыҙҙы урлатабыҙ бит...
Их, хәләл аҡсабыҙҙы урлатабыҙ бит...

Мәҫәлән, Краснокама районынды йәшәүсе 36 йәшлек ир ялған брокер менән бәйләнешкә ингән. Ул интернет селтәрендә инвестициялар тураһындағы иғлан осратҡан. Уның һылтанмаһы аша үтеп, үҙенең анкета мәғлүмәттәрен ҡалдырған. Бер ни тиклем ваҡыттан уға, йәнәһе лә, инвестиция компанияһы вәкиле шылтыратҡан.

Ул, ир кеше үҙенең йыйынтыҡ аҡсаларын индергән хәлдә, яҡшы эш хаҡы вәғәҙә иткән. Ир кешенең йыйынтығы 20 меңдән дә әҙерәк икәнен белгәс, уны кредит алырға күндергән.

Шул рәүешле гражданин бурҙарға 4 миллион һумға яҡын аҡса оҙатҡан һәм үҙе муйынынан бурыслы булып ҡалған. Үҙен алдауҙары хаҡында ул бары бер ай үткәс кенә  - үҙенең аҡсаһының бер өлөшөн алырға ниәт иткәс кенә аңлап ҡалған. Ул аҡса күсергән иҫәп яһалма иҫәп булып сыҡҡан.

Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-09-27/zhiteli-bashkirii-za-sutki-otdali-moshennikam-pochti-10-mln-rubley-3456540

 

Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне тәржемә менән
Читайте нас: