Мәҫәлән, Өфө ҡалаһындағы 2-се һанлы полиция бүлегенә 72 йәшлек ханым мөрәжәғәт иткән. Уның кеҫә телефонына, йәнәһе лә, инвестиция компанияһы вәкилдәре шылтыратҡан.
Шылтыратыусылар ханымды кредит алып, шул аҡсаны “тупланма иҫәпкә” һалырға күндергәндәр. Оло йәштәге ханым улар әйткәнде эшләгән. Пенсионер ҡатын 645 мең һум кредит алған һәм бурҙар әйтеп торған иҫәпкә күсергән. Ләкин көткән дивидендтарын ала алмаған.
Өфөлә йәшәүсе 46 йәшлек ҡатынды бурҙар үҙҙәрен дәүләт хеҙмәте хеҙмәткәре тип танытып алдағандар. Ҡатын баш ҡалалағы 3-сө һанлы полиция бүлексәһенә ғариза менән мөрәжәғәт иткән.
Ә тағы бер ҡатынды аферистар уның абонент номерын блокировкалау ихтималлығын файҙаланып алдағандар. Блокировка булмаһын өсөн, йәнәһе, телефонына мобиль ҡушымта урынлаштырырға кәрәк тип ышандырғандар. Һөҙөмтәлә, уның телефонына инеү мөмкинлеге алып, ҡатындың 400 мең һум аҡсаһын урлағандар.
Дуҫтар! Бер ҡатлы булмайыҡ! Телефондан шылтыратҡан ят номерҙарҙы алмайыҡ, яуап биргән хәлдә лә аҡсаға бәйле интригаларға бирелмәйек. Иң яҡшыһы – был турала һөйләй башлаһалар, шунда уҡ телефонды һүндереү һәм башҡа алмау.
Хәләл аҡсаларыбыҙ менән бурҙар рәхәтләнмәһен!
Фото “Башинформ”дан алынды.